19 Ләкин үҙегеҙ туҡталмағыҙ. Дошманды эҙәрләгеҙ, арттарынан һөжүм итегеҙ, ҡалаларға инергә бирмәгеҙ – Аллағыҙ Раббы уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, – тип бойорҙо.
Әгәр инде ул берәй ҡалаға инеп йәшенә ҡалһа, ул сағында бөтә Исраил арҡан алып шул ҡалаға килер. Шунда барыбыҙ бергәләп ҡаланы ауҙарырбыҙ, бер бөртөк ташын да ҡалдырмай үҙәнгә һөйрәп төшөрөрбөҙ.
Дауыт Авишайға: – Инде Бихри улы Шевағтың беҙгә Авшаломға ҡарағанда ла күберәк зыян килтереүе бар. Минең кешеләремде ал да уны эҙәрләргә сыҡ. Юғиһә уның, берәй нығытылған ҡалаға барып, күҙебеҙҙән юғалыуы бар, – тине.
Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн!
«Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.
ул: – Мәмерйә ауыҙын ҙур таштар менән томалағыҙ ҙа һаҡсылар ҡуйығыҙ.
Йушағ һәм исраилдар әмөриҙәрҙе тулыһынса тиерлек ҡырып һалды. Уларҙың бик аҙҙары ғына нығытылған ҡалаларына ҡайтып һыйынды,