14 Быға тиклем дә, бынан һуң да Раббының шул ҡәҙәрле кешенең һүҙен һүҙ иткән көн булманы – Раббы Үҙе исраилдар яғында һуғышты.
Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.
байып барған ҡояштың Ахаз төҙөгән баҫҡыстан түбәнгә төшөп барған күләгәһен ун баҫҡысҡа кире сигендерәм“». Шунда ҡояш байып барған еренән кире боролоп, уның күләгәһе ун баҫҡысҡа кире сигенде.
Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр.
Раббы Ғайса былай тине: – Әгәр һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.
Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла,
Шунан Йушағ һәм бөтә исраилдар Гилгалға үҙ тупламдарына әйләнеп ҡайтты.
Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.
Аллағыҙ Раббының һеҙҙең хаҡҡа барлыҡ был ҡәүемдәр менән ни эшләгәнен күрҙегеҙ. Һеҙҙең өсөн Аллағыҙ Раббы Үҙе һуғышты!