17 Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын.
Хакимым батшаның һүҙе йәнемә тыныслыҡ бирһен, тинем. Сөнки батша, Алланың фәрештәһе кеүек, яманды яҡшынан айыра ала. Аллаң Раббы һәр саҡ һинең менән булһын!
Раббы нисек хакимым батша менән булған, Сөләймән менән дә шулай бергә булһын, уның тәхетен хакимым Дауыт батшаның тәхетенән дә бөйөгөрәк итһен!
Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Уны изге фатихалар менән ҡаршы алдың, Башына саф алтындан таж ҡуйҙың.
Ҡулың бар дошмандарыңа барып етер, Уң ҡулың Һине күрә алмаусыларҙы тотор.
Раббы Мусаға былай тине: – Нун улы Йушағты үҙ яныңа ал, унда Минең Рухым бар. Ҡулыңды уның башына һал,
Бөтөн Исраил йәмғиәте уны тыңлаһын өсөн уға хакимлыҡ ҡөҙрәтеңдән өлөш сығар.
Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.
Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.
Улар Йушағҡа былай тине: – Һин ҡушҡандың бөтәһен дә үтәрбеҙ. Һин ҡайҙа бойорһаң, шунда барырбыҙ.
Нимә генә ҡушма, үтәрбеҙ, һине тыңламаған һәм бойороғоңа буйһонмаған һәр кем үлемгә дусар булыр. Бары үҙең генә ныҡ һәм ҡыйыу бул!
Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам.
Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.
Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды.
Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын.
Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын.