Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 9:17 - Изге Яҙма

17 Шуға күрә бөйөк Хаким Уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ, Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ. Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз, Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй. Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Шуға Хаким уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ, Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ. Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз, Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй. Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Шуға күрә бөйөк Хаким Уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ, Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ. Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз, Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй. Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 9:17
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор.


Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.


Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ».


Илеңде харап итеп, халҡыңды ҡырған өсөн Башҡа батшалар һымаҡ ерләнмәйәсәкһең. Яуыздар тоҡомо башҡа мәңге иҫкә алынмаһын.


Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне, Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы, Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды, Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо.


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Йәрүсәлим сайҡалды, Йәһүҙә ҡоланы, Сөнки һүҙҙәре лә, эштәре лә Раббыға ҡаршы. Уның шөһрәте араларында булғанды һанламанылар.


Әммә бит Раббы камил аҡылға эйә! Ул бәлә күндерер, Үҙ һүҙенән кире ҡайтмаҫ. Яуызлыҡ ҡылған нәҫелгә, Яман бәндәләргә ярҙам иткәндәргә ҡаршы күтәрелер.


Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.


Ҡороған үләнгә йөклө булып, һалам тыуҙыраһығыҙ; Һеҙҙең һулышығыҙ – ут, үҙегеҙҙе ялмап йотор.


Халыҡтар янып көл булыр, Ҡырҡып ташланған сәнскәк һымаҡ, яндырылыр.


Хатта йәштәр ҙә арый, талсыға; Егеттәр ҙә абынып йығыла.


Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән, Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек, Уларҙың тамыры серер, Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты, Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар!


Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Егет ҡыҙға өйләнгәндәй, Улдарың да һине мәңгегә үҙенә алыр. Кейәү кәләшенә нисек ҡыуана, Аллаң да һиңә шулай һөйөнөр.


Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк.


Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Менашше Әфраимды, Әфраим Менашшены ейер, Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар. Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит, Ҡылыс йөҙөнә ташла. Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын. Ир-аттары үләттән ҡырылһын, Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын.


Раббы былай ти: «Йәрүсәлим урамдарын ҡыҙырып сығығыҙ, Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ! Майҙандарынан эҙләгеҙ: Әгәр ғәҙел эш иткән, Дөрөҫлөк эҙләгән кешене тапһағыҙ, Мин ҡаланы ярлыҡайым.


Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым һәм көслө асыуым менән хакимлыҡ итәсәкмен.


Мин һеҙгә, ҡасандыр Мысырға ебәргән һымаҡ, үләт ебәрҙем. Һеҙҙең егеттәрегеҙҙе ҡылыс менән ҡырҙым, аттарығыҙҙы дошмандар ҡыуып алып китте. Мин һеҙҙе мәйеттәрҙең һаҫығын еҫкәргә мәжбүр иттем. Тик барыбер һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –


Ул көндө гүзәл ҡыҙҙар, егеттәр, Һыуһыҙлыҡтан сарсап ҡолар.


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил! Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап, Яңы шарап эсеп, һау-сәләмәт үҫер.


Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була.


Ә иртәнсәк күк йөҙөндә ҡарағусҡыл ҡыҙыл болоттар күрәһегеҙ ҙә: «Бөгөн дауыл булыр», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә заман билдәләрен аңлай алмайһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ