Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 8:13 - Изге Яҙма

13 Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ. Унан ғына ҡурҡығыҙ, Тик Унан дәһшәтләнегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ. Унан ғына ҡурҡығыҙ, Тик Унан дәһшәтләнегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ. Унан ғына ҡурҡығыҙ, Тик Унан дәһшәтләнегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 8:13
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте.


Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә, Үҙ-үҙем менән һөйләшәм, Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем:


– Ҡурҡмағыҙ, – тине Муса, – Алла һеҙҙе һынар өсөн, һеҙ Уны хөрмәт итеп гонаһ ҡылмаһын өсөн килде.


Үҙ янында балаларын – Минең ижад емешемде күргәс, Исемемде изге тип хөрмәтләр, Эйе, Яҡуп Изгеһенең изгелеген таныр, Исраилдың Аллаһы алдында ҡалтырап торор.


Ә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ғәҙеллеге менән ҙурланыр, Мөҡәддәс Алла хаҡ хөкөмө менән Үҙенең изгелеген күрһәтер.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


Изге исемемде хурламағыҙ, Исраил халҡы Минең изгелегемде танырға тейеш. Мин – Раббы, һеҙҙе изге итеүсе.


Уның менән Мин йәшәү һәм именлек биргән килешеү төҙөнөм, һәм, Мине хөрмәт иткән тәҡдирҙә, уға икеһен дә бирҙем. Ул да Минән ҡурҡып, исемем алдында тетрәнеп торҙо.


Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә, халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда, Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ. Был Цин сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ.


Алла биргән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманында ныҡ булып, Алланы данланы.


Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, һыйырҙарығыҙҙың тәүге быҙауын, һарыҡтарығыҙҙың тәүге бәрәсен Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында, Уның хозурында ашағыҙ. Быны һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббынан ҡурҡып, Уны хөрмәтләргә өйрәнеү өсөн эшләгеҙ.


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


Ул ике үгеҙҙе салып киҫәктәргә тураҡланы. Уларҙы илселәр аша Исраилдың һәр тарафына ебәреп, былай тине: – Шаул һәм Шемуил артынан эйәрмәгән һәр кемдең үгеҙҙәре менән ошолай буласаҡ. Халыҡты Раббының дәһшәте солғап алды һәм бөтәһе бер кешеләй юлға сыҡты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ