10 Раббы Ахазға тағы ла былай тине:
Пеҡах Ремалъяһ улының Исраилға батшалыҡ итеүенең ун етенсе йылында Йәһүҙәгә Ахаз Йоҫам улы батша булды.
Ҡорбандарығыҙҙың хәжәте юҡ. Ерәнгес Миңә төтәҫләгән хуш еҫтәрегеҙ! Яңы ай байрамдары, шәмбе көндәрегеҙгә, Изге йыйындарығыҙға – Енәйәтсел йыйындарығыҙға түҙә алмайым!
Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.
Ул көн Исраилдың иҫән ҡалғандары, Яҡуп нәҫеленең ҡасып тере ҡалғандары Үҙҙәренә һөжүм иткәндәргә түгел, Ысын күңелдән Раббыға, Исраилдың Изгеһенә, таянырҙар.
– Аллаң Раббынан берәй билдә һора. Үлеләр донъяһы һымаҡ тәрән йәки күк йөҙө шикелле бейек булһын.
Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».
Раббы тағы ла миңә былай тине:
Инде гонаһ өҫтөнә гонаһ ҡылалар, Көмөштән үҙҙәре белгәнсә бот ҡоялар. Был боттар һәммәһе һөнәрселәр эше! Әфраимдар тураһында: «Ҡорбан килтергән кешеләр Башмаҡ һынын үбә!» – тиҙәр.