Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 66:4 - Изге Яҙма

4 Мин дә Үҙ юлымды һайлайым: Уларҙы ғазапҡа дусар итәм, Ниҙән ҡурҡһалар, шуны баштарына ебәрәм. Сөнки Мин саҡырғанда яуап ҡайтарыусы булманы, Мин һөйләгәндә тыңламанылар, Мин яман һанағанды эшләнеләр, Мин хуп күрмәгәнде һайланылар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Мин дә Үҙ юлымды һайлайым: Уларҙы ғазапҡа дусар итәм, Ниҙән ҡурҡһалар, шуны баштарына ебәрәм. Сөнки Мин саҡырғанда яуап ҡайтарыусы булманы, Мин һөйләгәндә тыңламанылар, Мин яман һанағанды эшләнеләр, Мин хуп күрмәгәнде һайланылар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Мин дә Үҙ юлымды һайлайым: Уларҙы ғазапҡа дусар итәм, Ниҙән ҡурҡһалар, шуны баштарына ебәрәм. Сөнки Мин саҡырғанда яуап ҡайтарыусы булманы, Мин һөйләгәндә тыңламанылар, Мин яман һанағанды эшләнеләр, Мин хуп күрмәгәнде һайланылар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 66:4
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.


Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.


Мин саҡырҙым – һеҙ тыңламанығыҙ, ҡулымды һуҙҙым – һис берәү иғтибар бирмәй.


Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша, тәҡүә кеше моратына ирешә.


Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.


Бер ерҙә лә хәҡиҡәт юҡ, Яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше талана. Раббы быларҙы күрҙе һәм хәҡиҡәт юҡлығына әрнене.


Аяҡтары яуызлыҡҡа табан сабыр, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгер өсөн ашығырҙар. Баштарындағы уйҙары енәйәтсел, Юлдарында – емереклек һәм һәләкәт.


Ҡылыс хөкөмөнә тапшырырмын: Һәммәгеҙ теҙ сүгерһегеҙ, боғаҙланырһығыҙ. Сөнки саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ, Мин әйттем – тыңламанығыҙ; Мин яман һанағанды ҡылдығыҙ, Мин хуш күрмәгәнде һайланығыҙ».


Яман юлдан йөрөгән, Үҙҙәре теләгәнсә ҡыланған Фетнәсел халыҡҡа көнө буйы Ҡулдарымды һуҙып торҙом.


Ул халыҡ, баҡсаларҙа ҡорбан салып, Кирбестәр өҫтөндә хуш еҫ төтәтеп, Күҙ алдымда даими Мине рәнйетә.


Уларҙы үҙҙәренең гонаһтары өсөн дә, Аталарының гонаһтары өсөн дә язалармын, – ти Раббы. – Улар тауҙарҙа хуш еҫ төтәттеләр, Ҡалҡыулыҡтарҙа Мине хурланылар. Шуға күрә ҡылғандарына ҡарап, Әжерен тулыһынса бирермен».


Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».


Һеҙ уларҙың яуызлыҡтарын ҡабатлаған саҡта, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙгә ҡайта-ҡайта әйттем – ишетмәнегеҙ, саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ.


– Йәһүҙә халҡы күҙ алдымда яуызлыҡ ҡылды, – тип белдерә Раббы. – Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйҙылар, уны нәжесләнеләр.


Һеҙ ҡылыстан ҡурҡаһығыҙ – Мин һеҙгә ҡылыс ебәрәм, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Шуға күрә улар менән һөйләш, уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраил нәҫеленән кем боттарына күңел бирһә һәм гонаһын алдына абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан пәйғәмбәргә мөрәжәғәт итһә, Мин Раббы уға боттарының күплегенә күрә яуап ҡайтарырмын.


Мин дә уларға яман ҡағиҙәләр, йәшәр өсөн яраҡһыҙ ҡанундар бирҙем.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Халыҡ барыбер Шемуилдың әйткәндәрен тыңларға теләмәне. – Юҡ, беҙҙең өҫтән батша булһын, – тинеләр. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ