Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 66:24 - Изге Яҙма

24 Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 66:24
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙ халҡына башҡа ҡәүемдәрҙең ерен биреп, Раббы уға эштәренең ҡеүәтен күрһәтте.


Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.


Ҡеүәтле кешеләрегеҙ – сүбәк кеүек, Ҡылған ғәмәлдәре осҡон һымаҡ булыр ҙа Икеһе бергә яныр, һүндереүсе булмаҫ.


Шөһрәтең лира ауаздары менән бергә Үлеләр донъяһына төштө. Селәүсендәр – аҫтыңдағы түшәк, Өҫтөңдәге япмаң – ер ҡорттары хәҙер.


Иҫерек кеше һымаҡ сайҡалыр, Аласыҡ һымаҡ һелкенер, Гонаһтарҙың ауырлығы арҡаһында сүгер, Ҡолар ҙа башҡаса тора алмаҫ.


Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.


Ул көнөн дә, төнөн дә һүнмәйәсәк, Һәр ваҡыт төтәп торасаҡ. Ил быуындан-быуынға буп-буш ҡалыр, Быуаттар буйы унан бер кем дә үтмәҫ.


Үлтерелгәндәр күмелмәй ятып ҡалыр, Мәйеттәрҙән һаҫыҡ еҫ таралыр, Тауҙар уларҙың ҡанынан ебеп ағыр.


«Залимдарға иһә именлек юҡ», – ти Раббы.


Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Сөнки улар көйә ашаған кейем, Ҡорт төшкән йөн һымаҡ булыр. Ә Минең хаҡлығым мәңге ҡалыр, Ҡотҡарыуым быуындан-быуынға дауам итер».


Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Сөнки Раббы бөтә кешелеккә Ут һәм ҡылыс менән хөкөм ҡылыр – Уның ҡулынан юҡ ителгәндәр һанһыҙ булыр.


Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.


Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер.


Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ