Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 64:1 - Изге Яҙма

1-2 Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән! Ул сағында утта сыбыҡ-сабыҡ дөрләгән, Һыу бығырҙап ҡайнағандай, Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине! Дошмандарыңа исемеңде танытыр инең, Ҡәүемдәр алдыңда тетрәп торор ине!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән, Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1-2 Йә Раббы, әгәр күктәрҙе ярып төшһәң икән! Ул сағында утта сыбыҡ-сабыҡ дөрләгән, Һыу бығырҙап ҡайнағандай, Хозурыңда тауҙар тетрәп китер ине! Дошмандарыңа исемеңде танытыр инең, Ҡәүемдәр алдыңда тетрәп торор ине!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 64:1
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла шатлыҡ ауаздары, Раббы борғо тауышы аҫтында ҡалҡты.


Сөнки мин Һинең хаҡыңа хурлыҡ күрәм, Йөҙөмә сәркеү яғылды.


Уның өсөн урын әҙерләнең, Тамыр йәйеп илгә таралды.


иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк.


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Бына, һине яңы, осло тешле ашлыҡ һуҡҡыс иттем, Һин тауҙарҙы сүкеп онтарһың, Түбәләрҙе кәбәккә әйләндерерһең.


Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.


Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.


«Шундай көн килер, – ти Раббы, – Һабансы һөрөргә сығыр – ә ураҡсы унан китмәгән, Сәсеүсе баҫыуға сығыр – ә унда һаман йөҙөм һығалар, Тауҙарҙан йылға булып татлы шарап аға, Ҡалҡыулыҡтарҙан һарҡыла.


Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Ергә ҡағылһа – ер ирер, Өҫтөндә йәшәгәндәр күҙ йәшенә батыр. Бөтөн ер йөҙө Нил һыуы кеүек ҡалҡыр ҙа, Мысыр йылғаһы һымаҡ шиңеп ҡалыр.


Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, икенсе яртыһы көньяҡҡа күсер.


Һыуҙан сығыу менән Ғайса күк ҡабағының ярылып китеүен һәм Үҙенә күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төшкәнен күрҙе.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ