Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 63:12 - Изге Яҙма

12 Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 63:12
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон, Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы, Үҙеңә алған халҡың уҙғансы, Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын.


Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ.


йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты.


Сәнскеле ҡыуаҡ урынына – кипарис, Кесерткән урынына мирт үҫеп сығыр. Былар барыһы ла Раббы өсөн шөһрәт, Мәңгелек, юғалмаҫ билдә булыр.


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың.


Раббы Мысыр диңгеҙенең ҡултығын ҡоротор, Евфрат йылғаһы өҫтөндә ҡулын һелтәр ҙә Көслө еле менән уны ете шишмәгә бүлер; Кеше уны ҡата менән кисеп йөрөр.


Үҙең ҡотҡарған халыҡҡа тоғро мөхәббәтең менән юл күрһәттең, Мөҡәддәс торлағыңа Ҡөҙрәтең менән алып барҙың.


Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды. Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте.


Изге Яҙмала Алла фирғәүенгә былай тигән: «Ҡөҙрәтем һинең аша күрһәтелһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине юғарыға күтәрҙем».


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Раббы диңгеҙҙә – юл, Ташҡын һыуҙар аша һуҡмаҡ һалды, Яу арбалары, аттары менән Ҡаһарман яугирҙәр ғәскәрен юлға сығарҙы – Улар йығылды ла тора алманы, Баҫылған шәм филтәһеләй һүндерелде. Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы былай ти:


Диңгеҙҙе, даръя һыуҙарын ҡоротҡан, Йолоп алғандарың уҙа алһын өсөн Диңгеҙ төбөн юлға әйләндергән һин түгелме?


Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. –


Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең, һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр!


Һинең бөйөк исемең, көсөң һәм ҡөҙрәтең тураһында ишетеп ошо ҡорамға ҡарап доға ҡылһа,


фирғәүенгә, уның ҡолдарына һәм илендәге бөтә халыҡҡа хикмәттәреңде үә мөғжизәләреңде күрһәттең. Сөнки мысырҙарҙың беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән тәкәббер ҡыланғанын Һин белдең. Шул ваҡытта ҡаҙанған исемең бөгөнгәсә данлы.


Тәрән һыуҙарға: „Кибегеҙ! Мин йылғаларығыҙҙы ҡоротам!“ – тип бойорам.


Халҡың Исраилды хикмәттәр һәм мөғжизәләр менән, ҡөҙрәтең, һуҙылған ҡулың менән, бөйөк дәһшәт сәсеп, Мысыр еренән сығарҙың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ