Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 61:11 - Изге Яҙма

11 Үҫентеләр – тупраҡта, Сәселгән орлоҡтар баҡсала үҫеп сыҡҡан һымаҡ, Раббы Хакимдың да бөтә халыҡтар алдында Ғәҙеллек үҫтерәсәге һәм маҡтауға күмеләсәге хаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Үҫентеләрҙең – тупраҡта, Сәселгән орлоҡтарҙың баҡсала үҫеп сыҡҡан һымаҡ, Раббы Хакимдың да бөтә халыҡтар алдында Ғәҙеллек үҫтерәсәге һәм маҡтауға күмеләсәге хаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Үҫентеләр – тупраҡта, Сәселгән орлоҡтар баҡсала үҫеп сыҡҡан һымаҡ, Раббы Хакимдың да бөтә халыҡтар алдында Ғәҙеллек үҫтерәсәге һәм маҡтауға күмеләсәге хаҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 61:11
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды.


Ни өсөн шулай икәнен аңларға теләнем, Бының менән килешеү бик ауыр ине.


Яуыздарҙың муллыҡта йәшәүен күреп, Мин ул хаяһыҙҙарға көнләшеп ҡарағайным.


Йә Раббы, миңә юлыңды күрһәт – Һинең хәҡиҡәтеңдә йәшәйем. Йөрәгемә бары тик бер генә ынтылыш һал – Һинең исемеңде генә ҡурҡып хөрмәтләйем.


Эй төньяҡ еле, уян, Һин дә иҫ, эй көньяҡ еле! Баҡсама иҫ – хуш еҫе таралһын. Баҡсаһына килһен һөйгәнем, Иң татлы емештәремдән ауыҙ итһен!


Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор.


Эй күк, юғарынан ғәҙеллек түк – Болоттарҙан ямғыр һымаҡ яуһын. Ер асылһын да ҡотолоу ҡалҡып сыҡһын, Уның менән бергә хаҡлыҡ шытып үҫһен. Ошоларҙың бөтәһен дә бар ҡылған Раббы Мин».


Бына Мин хаҡлыҡ алып киләм, ул инде алыҫ түгел, Минең ҡотҡарыуым оҙаҡламаҫ. Сионға – ҡотолоу, Исраилға шөһрәтемде бүләк итәм».


Бойороҡтарымды тыңлаһаң икән! Ул саҡта именлегегеҙ – йылға, Бәрәкәтегеҙ диңгеҙ тулҡыны һымаҡ булыр ине.


Раббы һәр саҡ һеҙгә юл күрһәтер, Ҡороп кипкән тупраҡтарҙа туйындырыр, Тәнегеҙгә көс-ҡеүәт бирер; Мул һуғарылған баҡсалай, Мәңге ҡоромаҫ шишмәләй булырһығыҙ.


Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Еңеүе таң һымаҡ нурланып балҡығанға, Ҡотолоуы ялҡын кеүек янғанға тиклем Сионды яҡлап һүҙ әйтмәйенсә тормам, Йәрүсәлимде хәстәрләүҙән туҡтамам.


Ҡәүемдәр һинең еңеүеңде, Бөтә батшалар даныңды күрер. Раббы Үҙе ҡушҡан яңы исем менән аталырһың.


Раббы Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырғанға, Уны ер йөҙөнөң ғорурлығына әйләндергәнгә тиклем Раббыға тынғылыҡ бирмәгеҙ!


Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.


Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне: – Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан.


Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ