Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 60:5 - Изге Яҙма

5 Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 60:5
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Елгә осҡан кәбәк кеүек булһындар, Раббының фәрештәһенән ҡыуылһындар.


Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.


Сатырыңды киңәйт, Торлаҡтарыңдың шаршауҙарын һуҙ; Артҡа сигенмә, кирге ептәреңде оҙонайт, Сатырыңдың ҡаҙыҡтарын нығыт.


Ҡапҡаларың һәр саҡ асыҡ торор, Көндөҙ ҙә, төндә лә ябылмаҫ; Шул ҡапҡаларҙан ҡәүемдәр байлыҡтарын алып килер, Уларҙы батшалары килтерер.


Һеҙ иһә Раббының ҡаһиндары тип аталырһығыҙ, Аллабыҙҙың хеҙмәтселәре тип йөрөтөрҙәр һеҙҙе. Ҡәүемдәрҙең байлығы менән файҙаланырһығыҙ, Уларҙан килгән мал-мөлкәт менән маҡтанырһығыҙ.


Раббы былай ти: «Бына Мин Сионға именлек-бәрәкәтте йылға һымаҡ, Ҡәүемдәрҙең байлығын ташҡын һыу кеүек ағыҙырмын. Сион һеҙҙе имсәк бала һымаҡ, күтәреп йөрөтөр, Тубығына ултыртып иркәләр.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр алдында был ҡала Минең өсөн шатлыҡ, маҡтау һәм шөһрәт инешенә әйләнер. Йәрүсәлим халҡына эшләгән бөтә яҡшылыҡтарымды һәм уларға биргән именлекте күреп, был ҡәүемдәр ҡурҡыуға ҡалып тетрәнер».


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған.


Петрус менән бергә килгән сөннәтле иманлылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде.


Раббы Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң беҙгә биргән бүләген Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем һуң? – тине Петрус.


Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм Аллаға ҡорбан килтерер өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым.


Имандаштар, һеҙ эреләнеп китмәһен өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәнгә тиклем Исраилдың бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


сөнки Македония менән Ахаялағы берҙәмлектәр Йәрүсәлимдәге имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.


Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ, тейеш булғандың сигенә сығып, самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ.


Халыҡтарҙы тауға саҡырырҙар, Тейешле ҡорбандарҙы салырҙар, Диңгеҙҙең мул байлығы менән, Ҡомдағы хазина менән туйынырҙар.


Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһында йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер.


Был ҡалаға халыҡтарҙың зиннәтле хазинаһын, байлығын килтерерҙәр.


Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ