Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 60:22 - Изге Яҙма

22 Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 60:22
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.


Улар: «Тиҙерәк булһын, Эшен йәһәтерәк ғәмәлгә ашырһын, күрәйек. Исраил Изгеһенең ниәте үтәлһен, беләйек», – тиҙәр.


Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым.


Кемдең бындай хәлде ишеткәне бар? Быны кемдең күргәне бар? Бер көн эсендә ил бар булырмы? Бер юлы халыҡ тыуа алырмы? Сион иһә тулғағы башланыр-башланмаҫтан Балаларын тыуҙырҙы.


Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙың бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш, оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндән башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын.


Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.


Шулай икән, нисек Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырғандарҙы, Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаһын? Нисек Ул ярҙамын оҙаҡлатһын?


Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды.


Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы.


Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.


Ләкин, һөйөклөләрем, бер нәмә һеҙҙең иғтибарығыҙҙан ситтә тороп ҡалмаһын: Раббы өсөн бер көн – мең йылға, мең йыл бер көнгә тиң.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ