Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 60:18 - Изге Яҙма

18 Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды – „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 60:18
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Раббы шуны белдерә: Ул Үҙе һиңә йорт ҡорасаҡ.


Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Ҡәүемдәр араһында Раббы хөкөм ҡылыр, Күп халыҡтарҙың дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.


Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма.


Асығыҙ ҡаланың ҡапҡаларын, Тоғро ҡалған ғәҙел ҡәүем эскә инһен.


Икеләтә бәлә килде һиңә! Кем генә һине ҡыҙғаныр икән? Талау һәм һәләкәт, ҡытлыҡ менән ҡылыс – Кем һине йыуата алыр?


Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың, Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың. Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ.


Йортомда, диуарҙарым араһында Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә – Хәтирә һәм исем-ат бирермен. Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр.


Ҡапҡаларың һәр саҡ асыҡ торор, Көндөҙ ҙә, төндә лә ябылмаҫ; Шул ҡапҡаларҙан ҡәүемдәр байлыҡтарын алып килер, Уларҙы батшалары килтерер.


Һиңә баҡыр урынына – алтын, Тимер урынына – көмөш, Ағас урынына – баҡыр, Таштар урынына тимер килтерермен. Именлекте – идарасың, Дөрөҫлөктө күҙәтсең итеп ҡуйырмын.


Үҫентеләр – тупраҡта, Сәселгән орлоҡтар баҡсала үҫеп сыҡҡан һымаҡ, Раббы Хакимдың да бөтә халыҡтар алдында Ғәҙеллек үҫтерәсәге һәм маҡтауға күмеләсәге хаҡ!


Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ!


Инде һине – «ташландыҡ», Ереңде «бушлыҡ» тимәҫтәр; Уның урынына һине «һөйгәнем минең», Илеңде иһә «ирле ҡатын» тиерҙәр. Сөнки Раббы һине һөйөр, Илең дә хужалы-ирле булыр.


Раббы Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырғанға, Уны ер йөҙөнөң ғорурлығына әйләндергәнгә тиклем Раббыға тынғылыҡ бирмәгеҙ!


Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яҡтан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролғайны.


Раббы бихисап халыҡтар араһында хөкөм ҡылыр, Алыҫтағы көслө ҡәүемдәрҙең дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ.


Бына шундай ваҡыт килер: Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын, Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын, Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын; Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын.


Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы».


Бына Мин ул ҡәүемдәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм һәм улар үҙҙәренең ҡолдарына табыш булыр». Шул сағында һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Мин Үҙемдең ҡорамым янында һаҡта торам: Инде һис кем унда-бында үтеп йөрөмәҫ, Бер кем халҡымды йәберләй алмаҫ, Инде Үҙемдең күҙҙәрем унда булыр».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ