Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 6:7 - Изге Яҙма

7 Уның менән иренемә ҡағылды ла: – Бына был ҡуҙ ауыҙыңа тейҙе, инде ғәйебең алынды, гонаһың ярлыҡанды, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Уның менән иренемә ҡағылды ла: – Бына был ҡуҙ ауыҙыңа тейҙе, инде ғәйебең алынды, гонаһың ярлыҡанды, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Уның менән иренемә ҡағылды ла: – Бына был ҡуҙ ауыҙыңа тейҙе, инде ғәйебең алынды, гонаһың ярлыҡанды, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 6:7
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».


Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма Енәйәттәреңде юйып ташлайым, Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам.


Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған; Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән. Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән, Уның яралары беҙгә сихәт биргән.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы.


Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: – Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.


Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин, ауыҙымды асып, алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.


«Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.


Фәрештә үҙенең янындағыларға: – Уның бысраҡ кейемдәрен систерегеҙ! – тине. Шунан Йеһошуағҡа: – Бына ҡара, ғәйебеңде алып ташланым, – тип өндәште. – Һиңә байрам кейемдәре кейҙерәм.


Муса Һарунға: – Бар, төтәҫләгес алып, уға ҡуҙ, һумала-майҙар һал да йәһәт кенә йәмғиәт алдына алып бар, улар өсөн пакландырыу йолаһын үткәр, сөнки Раббы асыуланды, үләт ҡырғыны башланды, – тине.


Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ