Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 6:13 - Изге Яҙма

13 Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 6:13
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора.


Бына хәҙер бер аҙ ваҡытҡа Аллабыҙ Раббынан беҙгә мәрхәмәт насип булды, ҡайһы берәүҙәребеҙҙе иҫән-аман ҡалдырып, Үҙенең мөҡәддәс урынында төпләнергә мөмкинлек бирҙе, күҙҙәребеҙҙең нурын ҡайтарып, ҡоллоғобоҙҙа хәлебеҙҙе еңеләйтте.


Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.


Ағас төпһәһенән яңы үрсем сыҡҡан һымаҡ, Ишай нәҫеленән бер үҫенте сығыр, Был тамырҙан сыҡҡан үҫенте емеш бирер.


Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.


Әммә Мин ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе иҫән ҡалдырасаҡмын. Төрлө илдәр, ҡәүемдәр араһына һибелгән ҡайһы берҙәрегеҙ ҡылыстан ҡотолор.


Раббы Хаким былай ти: «Исраилдың бер ҡалаһы Мең һуғышсыһын яуға сығарһа, Уларҙың йөҙө генә һау ҡалыр; Әгәр ҙә йөҙҙө сығарһа, Тиҫтәһе генә иҫән ҡалыр».


Ашшур ерендә – ҡылыс менән, Нимруд илендә яланғас ҡылыс менән идара итерҙәр. Ашшурҙар илебеҙгә бәреп инеп, Еребеҙгә аяҡ баҫһа, Беҙҙе хакимыбыҙ йолоп алыр.


Араңда бары тыңлаусан, күндәмдәр ҡалыр, Улар Раббы исеменә өмөт бағлар.


Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.


Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен.


Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.


Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.


Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


Ҡасандыр күктәге йондоҙҙар кеүек күп булһағыҙ, бик аҙ ғына ҡалырһығыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалманығыҙ.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ