Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 58:5 - Изге Яҙма

5 Мин теләгән ураҙа шулай була, тип һанайһығыҙмы? Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы? Ҡамыш һымаҡ баш эйеп, Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы? Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Мин теләгән ураҙа шулай була тип һанайһығыҙмы? Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы? Ҡамыш һымаҡ баш эйеп, Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы? Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Мин теләгән ураҙа шулай була, тип һанайһығыҙмы? Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы? Ҡамыш һымаҡ баш эйеп, Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы? Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 58:5
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡатындың әйткәнен ишеткәс, батша хәсрәтенән кейемен йыртҡылап ташланы. Ул ҡала диуарының өҫтөндә торғанлыҡтан, халыҡ уның эстән ҡыл кейем кейгәнен күрҙе.


Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә.


Унан Ғөзәйер, Алла йорто алдынан китеп, Әлйәшив улы Йеһоханан бүлмәһенә барҙы һәм ҡунырға ҡалды. Ул ашаманы ла, эсмәне лә, күсеп ҡайтыусыларҙың хыянатына ҡайғырып иланы.


Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем.


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты.


Әйүп, шеш-ҡутырҙарын тырнар өсөн ҡулына бер көршәк ватығы тотоп, көл өҫтөндә ултырҙы.


Раббы былай ти: «Хуш күргән ваҡытымда һиңә яуап ҡайтарҙым, Ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем. Илде аяҡҡа баҫтырыу, Ташландыҡ биләмәләрҙе хужаларына кире ҡайтарыу өсөн Мин һине ҡурсалармын, Һин – халҡым менән төҙөгән килешеүемдең билдәһе булырһың.


„Беҙ ураҙа тотабыҙ, ниңә Һин быны күрмәйһең? Нәфсебеҙҙе тыябыҙ, Ә Һин иғтибар бирмәйһең?“ – ти улар. Ысынында, һеҙ ураҙа тотҡан көндө Теләгәнегеҙҙе ҡылаһығыҙ; Хеҙмәтселәрегеҙҙең барыһын иҙәһегеҙ.


Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын, Аллабыҙҙың үс аласаҡ көнөн белдерергә, Хәсрәтлеләрҙе йыуатырға,


Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.


Был һеҙҙең өсөн шәмбе кеүек тулыһынса ял көнө. Үҙегеҙҙе бөтә нәмәнән дә тыйығыҙ. Был – мәңгелек ҡағиҙә.


– Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе».


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ