Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 57:6 - Изге Яҙма

6 Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 57:6
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә һеҙҙе иһә, Раббыны ташлаған, Изге тауымды онотҡан, Бәхет илаһына табын япҡан, Яҙмыш илаһына туҫтаҡлап шарап һонған бәндәләрҙе,


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“».


Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, таш менән дә, ағас менән дә зина ҡылды.


Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йорттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы, Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит!


Ошолар өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырайыммы? – тип белдерә Раббы. – Ошондай ҡәүемдән үс алмайыммы?


Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?


Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.


Шулай булғас, был ҡыланыштары өсөн Уларҙы язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?»


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


Ағас киҫәгенә: «Уян!», Телһеҙ ташҡа: «Тор!» – тиеүсегә ҡайғы! Берәй нәмәгә өйрәтерме улар? Алтын-көмөш ялатылған был нәмәлә Тормош һулышы юҡ бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ