21 «Яуыздарға именлек юҡ!» – ти минең Аллам.
– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.
Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.
«Залимдарға иһә именлек юҡ», – ти Раббы.
Ә мин: «Юҡҡа ғына тырышҡанмын, Көсөмдө бушҡа түккәнмен, – тинем. – Әммә мин Раббы хөкөмөндәмен, Әжерем – Раббы ҡулында».
Улар именлек юлын белмәйҙәр, Йөрөгән юлдарында ғәҙеллек юҡ. Атлаған һуҡмаҡтары кәкре, Унан барғандар тынғылыҡ тапмаҫ.