Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 54:3 - Изге Яҙма

3 Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 54:3
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы һәм уға Реховоҫ тип исем ҡушты. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе», – тине.


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.


Һин халыҡты ишәйттең, йә Раббы, Халыҡты күбәйтеп, Үҙеңде данланың, Илдең барлыҡ сиктәрен киңәйттең.


Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».


Тоҡомоғоҙ – ҡом һымаҡ күп, Балаларығыҙ ҡом бөртөгө кеүек хисапһыҙ булыр; Исемдәре онотолмаҫ, Минең хозурымдан юҡҡа сыҡмаҫ ине».


Бына халҡым йыраҡтарҙан, Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан, Ҡайһыһы Синимдан килеп етер.


Раббы былай ти: «Хуш күргән ваҡытымда һиңә яуап ҡайтарҙым, Ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем. Илде аяҡҡа баҫтырыу, Ташландыҡ биләмәләрҙе хужаларына кире ҡайтарыу өсөн Мин һине ҡурсалармын, Һин – халҡым менән төҙөгән килешеүемдең билдәһе булырһың.


Эй Йәрүсәлим харабалары, Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ, Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты, Йәрүсәлимде йолоп алды.


Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың, Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер. Сөнки Ул һине данға сорнаны».


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте, һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты».


Әгәр уларҙың абыныуҙары – донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Исраил халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ