Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 51:17 - Изге Яҙма

17 Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим! Һин Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең. Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим! Һин, Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең. Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим! Һин Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең. Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 51:17
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен.


Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


Төшөнкөлөк күңелемде алды, Ер сигенән саҡырамын Һине. Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине,


Сатырыңда мәңге йәшәйемсе, Ҡанатың аҫтына һыйынайым. Села


Һин ысынлап та дәһшәтле! Ярһығаныңда кем Һиңә ҡаршы тора алһын?


Шаҡ ҡатығыҙ, аптырағыҙ, Күҙегеҙҙе һуҡырайтығыҙ, күрмәһен. Шарап эсмәйенсә иҫерегеҙ, Хәмер эсмәгән килеш тәнтерәкләгеҙ.


Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ».


Шуға күрә, эй яралы Йәрүсәлим; Шарапһыҙ иҫерек халыҡ, быны ишет!


Хакимың Раббы, Үҙ халҡының дәғүәһен яҡлаған Алла былай ти: «Бына һине сайҡалдырған туҫтаҡ, Асыуымдың туҫтағын ҡулыңдан алдым. Башҡаса унан эсмәҫһең.


Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме?


Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.


Асыу менән тапаланым халыҡтарҙы, Ярһыу менән иҫерттем уларҙы, Ҡандарын ергә ағыҙҙым».


уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам.


Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты.


– Йермеяһ, һин уларға, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай тип әйтә тиң: «Эсегеҙ, иҫерегеҙ, ҡоҫоғоҙ, йығылығыҙ ҙа башҡа тормағыҙ, сөнки Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм».


Шуға күрә асыуым түгелде, ярһыуым Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында ялҡынланды. Улар, бөгөн күренгәнсә, емереклектәр өйөмө һәм бушлыҡ булып ята».


– Ҡара, Йәрүсәлимде әйләнә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы иҫертер шарап тулы туҫтаҡҡа әүерелдерәм. Йәрүсәлим ҡамап алынғас һәм Йәһүҙә бәләгә ҡалғас,


– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.


Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.


ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.


Ул һеҙҙе аҡылдан яҙҙырыр, һуҡырайтыр, йөрәгегеҙҙең хәлен алыр.


Күҙҙәрегеҙ күргәнгә ҡотоғоҙ осоп, аҡылдан шашырһығыҙ.


Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.


Ҡалҡ, Девора, ҡалҡ! Ҡалҡ та йырла! Тор, Бараҡ! Әсирҙәреңде алып кит, Авиноғам улы!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ