Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 51:11 - Изге Яҙма

11 Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы менән хәсрәт, аһ-зар ташлап ҡасыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 51:11
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Юҡҡа ғына ҡара таңдан тороп Ҡара төнгә тиклем эшләйһегеҙ. Аҙап менән тапҡан икмәгегеҙҙе ашайһығыҙ – Раббы Үҙе яратҡанға йоҡлап ятҡанда ла бирә.


Ниндәй бәхетле улар менән һаҙағын тултырған кеше! Ҡала ҡапҡаһы төбөндә дошман менән сәкәләшкән саҡта Ул мәсхәрә булып ҡалмаясаҡ.


Раббы Мысыр диңгеҙенең ҡултығын ҡоротор, Евфрат йылғаһы өҫтөндә ҡулын һелтәр ҙә Көслө еле менән уны ете шишмәгә бүлер; Кеше уны ҡата менән кисеп йөрөр.


Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк. Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ, Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте.


Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.


Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө! Тауҙар гөрләшеп тантана итһен! Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе, Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды».


Һөйөнөс менән сығырһығыҙ ҙа Иҫән-аман кире ҡайтырһығыҙ. Тауҙар, үрҙәр алдығыҙҙа ҡыуанышып йырлар, Ҡырҙағы бөтә ағастар алҡышлап торор.


Кисергән мәсхәрә урынына – ике тапҡырға күберәк фатиха, Хурлығығыҙ урынына өлөшөгөҙҙө алып ҡыуанырһығыҙ, Шуға үҙ ерегеҙҙә ике тапҡырға мулыраҡ алырһығыҙ; Мәңгелек шатлыҡҡа эйә булырһығыҙ.


Ҡолдарым ҡыуанып күңел асыр, Һеҙ йән ғазабынан иңрәрһегеҙ, Рухығыҙ һынғандан һыҡрарһығыҙ.


Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк.


Еткән ҡыҙҙар бейеп күңел асыр, Егеттәр һәм ҡарттар уйнап-көлөр. Мин уларҙың хәсрәтен ҡыуанысҡа әйләндерермен, Йыуатып, ҡайғы урынына шатлыҡ бирермен.


Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих Үҙе һәм Атабыҙ Алла


Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған


Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, диңгеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине.


Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.


Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ