Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 49:4 - Изге Яҙма

4 Ә мин: «Юҡҡа ғына тырышҡанмын, Көсөмдө бушҡа түккәнмен, – тинем. – Әммә мин Раббы хөкөмөндәмен, Әжерем – Раббы ҡулында».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ә мин: «Юҡҡа ғына тырышҡанмын, Көсөмдө бушҡа түккәнмен, – тинем. – Әммә мин Раббы хөкөмөндәмен, Әжерем – Раббы ҡулында.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ә мин: «Юҡҡа ғына тырышҡанмын, Көсөмдө бушҡа түккәнмен, – тинем. – Әммә мин Раббы хөкөмөндәмен, Әжерем – Раббы ҡулында».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 49:4
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


Күптәр батшанан мәрхәмәт эҙләй, ләкин кеше ғәҙеллекте тик Раббынан табыр.


Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың.


Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».


Бына, Хакимыбыҙ Раббы көс-ҡеүәте менән килә, Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән хакимлыҡ итер. Бүләге Үҙе менән, Алдынан әжере килә,


Эй Яҡуп нәҫеле, ни өсөн һин: «Раббы башыма төшкәнде белмәй», – тиһең? Эй Исраил халҡы, ниңә: «Аллам минең дәғүәмде онотҡан», – тип әйтәһең?


«Яуыздарға именлек юҡ!» – ти минең Аллам.


Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер. Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр, Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ, Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирәсәк.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Раббы ерҙең алыҫ тарафтарына белдерҙе: «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: „Ана Ҡотҡарыусың килә; Әжере – Уның менән, бүләге алдынан атлай“.


Яман юлдан йөрөгән, Үҙҙәре теләгәнсә ҡыланған Фетнәсел халыҡҡа көнө буйы Ҡулдарымды һуҙып торҙом.


Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәҫ, Тапҡан балалары бәлә-ҡаза күрмәҫ. Сөнки үҙҙәре лә, балалары ла Раббы фатихалаған тоҡом буласаҡ.


Әгәр һин яуызды киҫәтһәң, ә ул яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер. Һин иһә үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың.


Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ.


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса.


Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?


Ул Үҙенекеләр янына килде, әммә улар Уны ҡабул итмәне.


Исраил халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм тиҫкәре халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».


Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?


Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ – Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе.


Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ