Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 48:6 - Изге Яҙма

6 Был хаҡта һин ишеткәйнең – инде ҡара уларҙың барыһын! Инде лә бының хаҡлығын танымайһыңмы? Ошо мәлдән алып һеҙгә яңы нәмәләр, Һин белмәгән йәшерен нәмәләр хаҡында белдерәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Был хаҡта һин ишеткәйнең – инде ҡара уларҙың барыһын! Инде лә бының хаҡлығын танымайһыңмы? Ошо мәлдән алып һеҙгә яңы нәмәләр, Һин белмәгән йәшерен нәмәләр хаҡында белдерәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Был хаҡта һин ишеткәйнең – инде ҡара уларҙың барыһын! Инде лә бының хаҡлығын танымайһыңмы? Ошо мәлдән алып һеҙгә яңы нәмәләр, Һин белмәгән йәшерен нәмәләр хаҡында белдерәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 48:6
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй халҡым! Ырҙындағы яҫмалай туҡмалған халҡым! Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан, Исраилдың Аллаһынан Ишеткәндәремде һеҙгә белдерәм.


Күп нәмәләр күрҙең, тик иғтибарға алманың; Ҡолағың асыҡ ине, тик ишетмәнең».


Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.


Ҡарағыҙ, әүәл әйткәндәрем ғәмәлгә ашты. Инде хәҙер яңыларын иғлан итәм. Тормошҡа ашып өлгөрмәҫтән белдерәм».


Бына Мин яңы бер ғәмәл ҡылам! Ул хәҙер үк башланыр. Һеҙ шуны аңламаҫһығыҙмы? Мин сүлдә юл һалам, Ҡоро ерҙә йылғалар ағыҙам.


Улар әллә ҡасан түгел, яңы ғына яралдылар, Уны һин бөгөнгәсә белмәнең, „Мин быларҙы белә инем“, – тип әйтә алмайһың.


Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә?


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе. Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала: «Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет! Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ!


Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде ҡыйыҡтарҙан иғлан итегеҙ.


Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».


Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ.


Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ