Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 48:20 - Изге Яҙма

20 Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 48:20
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, Үҙеңдең исемеңде шөһрәтле иттең. Үҙ халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе һәм уларҙың илаһтарын ҡыуып, бөйөк һәм хикмәтле эштәр башҡарҙың.


Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры. Әгәр йортто Раббы һалдырмаһа, Төҙөүселәр юҡҡа тырыша. Әгәр ҡаланы Раббы һаҡламаһа, Һаҡсының уяу тороуы бушҡа.


Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең.


Ул көндө һеҙ әйтерһегеҙ: «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уны исеме менән саҡырығыҙ. Халыҡтарға Уның ғәмәлдәрен белдерегеҙ, Исеменең бөйөклөгөн һөйләгеҙ!


Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып, Һөйөнөс йырҙары йырлар. Көнбайышта йәшәгәндәр Раббы бөйөклөгөн данлар.


Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма.


Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә, Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ; Донъяның иң алыҫ ерҙәренән Уға маҡтау яуҙырығыҙ!


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы.


Был хаҡта һин ишеткәйнең – инде ҡара уларҙың барыһын! Инде лә бының хаҡлығын танымайһыңмы? Ошо мәлдән алып һеҙгә яңы нәмәләр, Һин белмәгән йәшерен нәмәләр хаҡында белдерәм.


Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө! Тауҙар гөрләшеп тантана итһен! Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе, Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды».


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Оҙаҡламай бығауҙағы тотҡондар азат буласаҡ, Улар үлмәҫ, ҡәбергә төшмәҫтәр, Икмәк тип зарыҡмаҫтар.


Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.


Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!


Эй Йәрүсәлим харабалары, Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ, Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты, Йәрүсәлимде йолоп алды.


Раббы ерҙең алыҫ тарафтарына белдерҙе: «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: „Ана Ҡотҡарыусың килә; Әжере – Уның менән, бүләге алдынан атлай“.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар».


Сөнки Раббы Яҡупты йолоп алды, Унан көслөрәк булғандың ҡулынан ҡотҡарҙы.


Үҙең өсөн юлға билдәләр ҡуй, Йүнәлеш күрһәтеүсе бағаналар ултырт. Барған юлыңды иҫеңдә ҡалдыр, Кире ҡайт, ғиффәтле ҡыҙ Исраил, Үҙеңдең ҡалаларыңа ҡайт.


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!


Бабилдан ҡасығыҙ, Халдей еренән китегеҙ! Көтөү алдынан барған кәзә тәкәһеләй булығыҙ!


Унан сыға һал, халҡым! Раббының ялҡынлы асыуынан Һәр берегеҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ!


Күк, ер һәм ундағы бар нәмә ҡыуанып гөрләшер, Сөнки Бабилдың өҫтөнә төньяҡтан емереүселәр килә, – тип белдерә Раббы. –


Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр!


Мин һыҙғырып уларҙы йыйырмын, Сөнки йолом биреп алдым. Улар йәнә элеккеләй күмәк булыр.


– Эй Сион-ҡыҙ, ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Ер сигенә һөрөлгән булһағыҙ ҙа, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе йыйып алып кире ҡайтарыр.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Бабилдың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ