Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 48:19 - Изге Яҙма

19 Тоҡомоғоҙ – ҡом һымаҡ күп, Балаларығыҙ ҡом бөртөгө кеүек хисапһыҙ булыр; Исемдәре онотолмаҫ, Минең хозурымдан юҡҡа сыҡмаҫ ине».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Тоҡомоғоҙ – ҡом һымаҡ күп, Балаларығыҙ ҡом бөртөгө кеүек хисапһыҙ булыр; Исемдәре онотолмаҫ, Минең хозурымдан юҡҡа сыҡмаҫ ине».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Тоҡомоғоҙ – ҡом һымаҡ күп, Балаларығыҙ ҡом бөртөгө кеүек хисапһыҙ булыр; Исемдәре онотолмаҫ, Минең хозурымдан юҡҡа сыҡмаҫ ине».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 48:19
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.


Тоҡомоңдоң күплеген күрерһең, Зат-зәүерең үлән шикелле ишелеп үҫер.


Сөнки Һин хөкөм ҡылдың, дәғүәмде ҡараның; Ғәҙел хөкөмдар булып тәхетеңдә ултырҙың.


Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.


«Бабил батшаһына ҡаршы ҡалҡасаҡмын». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә. «Бабилдың исемен, иҫән ҡалған халҡын, Нәҫел-нәсәбен юҡ итәсәкмен, – ти Раббы. –


Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.


Улар үлән араһында, Ағын һыу буйында үҫкән Тирәк һымаҡ тамыр йәйер.


Исемем хаҡына асыуымды кисектерә киләм. Шөһрәтем хаҡына һиңә сабыр булдым, Юғиһә юҡ итер инем.


Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.


Йортомда, диуарҙарым араһында Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә – Хәтирә һәм исем-ат бирермен. Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр.


«Мин бар ҡыласаҡ яңы күк менән яңы ер һәр ваҡыт хозурымда нисек торған булһа, – тип белдерә Раббы, – тоҡомоғоҙ менән исемегеҙ ҙә күҙ алдымда шулай торасаҡ.


Шуға күрә Раббы Исраилдың Башын да, ҡойроғон да, Хөрмә ботағын да, ҡамышын да Бер көндө ҡырҡып ырғытыр.


Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен».


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Ҡулымды Йәһүҙәгә ҡаршы, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә ҡаршы күтәрәм, Бәғелдең ҡалдығын бөтөрәм, Боттарға табынған ҡаһиндарҙың Хатта исемен юйып ташлайым.


Ишағыяһ пәйғәмбәр иһә Исраил тураһында былай тип белдерә: «Исраилдарҙың һаны диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.


– Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам».


Был хаҡта ҡәнғәниҙәр һәм был илдә йәшәгән барса халыҡ белер ҙә, беҙҙе ҡамауға алып, исемебеҙҙе ер йөҙөнән юйып ташлар. Шул сағында Һинең бөйөк исемең менән ни булыр?


Шулай уҡ мин Махлондың тол ҡатынын, Моав ҡыҙы Рутты ла, үҙемә ҡатынлыҡҡа алам, сөнки мәрхүмдең вариҫтары уның биләмәһен мираҫ итеп алырға, туғандарының нәҫеле менән бергә уның да нәҫеле дауам итергә, уның да исеме тыуған ерендә ошо ҡапҡа төбөндә яңғырарға тейеш. Бөгөн һеҙ быға шаһитһығыҙ! – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ