Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 47:9 - Изге Яҙма

9 Был ике бәлә бер көндә, Көтмәгәндә башыңа төшәсәк: Сихырҙарыңа, ҡеүәтле тылсымыңа ҡарамаҫтан, Бала ҡайғыһы татырһың, тол ҡалырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Был ике бәлә бер көндә, Көтмәгәндә башыңа төшәсәк: Сихырҙарыңа, ҡеүәтле тылсымыңа ҡарамаҫтан, Бала ҡайғыһы татырһың, тол ҡалырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Был ике бәлә бер көндә, Көтмәгәндә башыңа төшәсәк: Сихырҙарыңа, ҡеүәтле тылсымыңа ҡарамаҫтан, Бала ҡайғыһы татырһың, тол ҡалырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 47:9
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.


Күҙ алдында сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡларҙар, Йорттарын таларҙар, Ҡатындарын мәсхәрә итерҙәр.


Бына күрәм: яу арбалары һәм һыбайлылар Ҡушарлап-ҡушарлап килә». Һуңынан ул: «Бабил ҡолатылды, бәреп төшөрөлдө! Илаһтарының һындары Ергә төшөп, селпәрәмә килде», – тип хәбәр бирҙе.


Бәлә килер – арбай алмаҫһың, Ҡаза төшөр – ҡыуа белмәҫһең. Ҡапыл әле уйыңда ла булмаған һәләкәткә юлығырһың.


Ете бала тапҡан ҡатын Хәлдән тайып аҡтыҡ һулыш ала. Ҡояшы көпә-көндөҙ байыны, Оятына батып, мәсхәрәгә ҡалды. Иҫән ҡалғандарын ҡылысҡа бирәм – Дошмандарына тапшырам», – тип белдерә Раббы.


Ер тетрәй һәм ҡалтырана, Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте – Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте Тормошҡа аша.


Төшөн юратыр өсөн, батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, күрәҙәселәрҙе, халдейҙарҙың аҡыл эйәләрен саҡыртырға ҡушты. Улар, килеп, батша алдына баҫты.


Төшөмдә, үҙ түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, мин бына нимә күрҙем. Донъяның тап уртаһында Ғәжәйеп бейек ағас тора.


Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.


Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.


Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар. Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән, Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.


Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Ноғоми уларға: – Бүтәнсә мине Ноғоми тип йөрөтмәгеҙ, миңә Мара тип әйтегеҙ, сөнки сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе тормошомдо әсе итте!


Махлон менән Килйон да үлеп китте. Ноғоми ике улынан да, иренән дә мәхрүм ҡалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ