Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 47:2 - Изге Яҙма

2 Тирмән ташы ал да он тарт; Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр, Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Тирмән ташы ал да он тарт; Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр, Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Тирмән ташы ал да он тарт; Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр, Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 47:2
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһимдың хеҙмәтсеһенән: – Ялан буйлап беҙҙең ҡаршыға килгән кеше кем ул? – тип һораны. – Был минең хужам, – тине хеҙмәтсе. Быны ишеткәс, Рабиға бөркәнсеген алып ябынды.


Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп, ҡайтарып ебәрә.


Үҙ ҡатыным башҡа ир өсөн он тартһын, Яттар уны түш аҫтына һалһын.


Был илдә тәхеттә ултырған фирғәүен улынан алып, тирмәндәге ҡолиәнең улына тиклем һәр мысырҙың баш ир балаһы вафат булыр. Хатта мал-тыуарҙың да тәүге түле үлер.


урамға сыға торған ишектәр томаланыр; тирмән тауышы тыныр, ҡоштарҙың һайрауы уятып ебәрер, йырлаусылар ишетелмәҫ.


Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.


Шуға күрә лә бөйөк Хаким уларҙың Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр».


Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр.


Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.


Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың.


Шуның өсөн итәгеңде битеңә ҡаплармын, Әйҙә оятың күренһен.


Мин улар араһында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең тауыштарын тыйырмын, Тирмән туҡылдауын туҡтатырмын, Шәм яҡтыһын һүндерермен.


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


Йәштәр тирмән ташын әйләндерә, Үҫмерҙәр утын йөгө аҫтында иҙелә.


Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.


Эй Шафир халҡы, Шыр яланғас, мәсхәрәлә килеш китерһегеҙ. Саананда йәшәгәндәр ҡалаларынан сыға алмаҫ, Бейт-Әсәлдең халҡы ҡайғырып йәш түгер: Һеҙгә ярҙам күрһәтеүсе булмаҫ.


Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.


Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.


Ә башын ҡапламайынса доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән ҡатын үҙенең башын оятлы итә, сөнки был хәл ҡатындың сәсе ҡырылыуға бәрәбәр.


Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ