Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 46:1 - Изге Яҙма

1 Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 46:1
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ҡеүәтле көсөнә таяна алырһыңмы? Ауыр эшеңде уға йөкмәтә алырһыңмы?


Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.


Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ.


Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.


Бына күрәм: яу арбалары һәм һыбайлылар Ҡушарлап-ҡушарлап килә». Һуңынан ул: «Бабил ҡолатылды, бәреп төшөрөлдө! Илаһтарының һындары Ергә төшөп, селпәрәмә килде», – тип хәбәр бирҙе.


Негев хайуандары тураһында әүлиәлек. «Инә һәм ата арыҫландар, Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар. Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына, Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп, Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Уны яурындарында күтәреп йөрөтәләр, Урынына илтеп ҡуялар. Ул шунда ҡуҙғалмай баҫып тора. Ялыналар – ул яуап ҡайтармай, Бер бәләнән дә ҡотҡармай.


Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы – Һөйләшә алмайҙар; Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк, Сөнки үҙҙәре атлай алмай. Ҡурҡмағыҙ уларҙан, Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың, Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар».


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Һыуҙарына ҡоролоҡ килһен! Улар тотош кибеп бөтһөн! Сөнки Бабил – боттар иле, Халҡы ҡурҡыныс һындар арҡаһында Аҡылдан шашты.


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Бына шундай көндәр етер, Бабилдың боттарын язалармын; Бөтә ере хурлыҡҡа ҡалыр, Үлтерелгәндәре унда аунап ятыр.


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Бабил боттарын язалармын. Бөтә ерҙә яралылар ыңғырашыр.


Ул төньяҡ батша кешеләренең илаһтарын да, ҡойолған һындарын да, затлы – алтын һәм көмөш – һауыт-һабаһын да ҡулына төшөрөр һәм Мысырға алып ҡайтып китер. Шунан һуң бер нисә йыл ул төньяҡ батшаһын борсомаҫ.


Навуходоносор: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, һеҙ минең илаһтарыма табынмайһығыҙ һәм мин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмайһығыҙ тигән һүҙҙәр дөрөҫмө? – тип һораны. –


Ә һинең хаҡта, Ниневе, Раббы бына ниндәй әмер бирҙе: «Исемең юғаласаҡ, вариҫтарың булмаясаҡ. Илаһтарың ҡорамынан һындарыңды, Ҡойма илаһтарыңды һепереп түгәм; Ә үҙеңә ҡәбер әҙерләйем, Сөнки һин бик әшәке затһың».


Нево һәм Бәғел-Меғон ҡалаларын – быларға икенсе исем ҡушылды – һәм Сивманы ҡабаттан төҙөнө, үҙҙәре торғоҙған ҡалаларға яңы исемдәр бирҙе.


Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай.


Ашдод халҡы иртәгәһенә иртән тороп ҡараһа, Дагон һыны Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Дагонды күтәреп алып, яңынан үҙ урынына ҡуйҙылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ