Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 45:22 - Изге Яҙма

22 Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 45:22
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән!


Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ! Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды Әҙәм улдарының күҙ алдында:


Диңгеҙҙе ҡороға әйләндерҙе, Йылғаны халыҡ йәйәүләп кисеп сыҡты. Уның ҡылғандарына ҡыуандыҡ шунда.


Раббы Хаким, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Миңә ҡайтып тыныс йәшәһәгеҙ, ҡотолорһоғоҙ; Һеҙҙең көсөгөҙ – тыныслыҡта һәм өмөттә. Тик быны эшләргә теләмәйһегеҙ.


Ҡайҙа, боттарығыҙҙы алып килегеҙ, Беҙгә ниҙәр буласағын әйтеп бирһен; Булып үткәндәрҙе һөйләһендәр, Төшөнәйек, аҙағын беләйек, Беҙгә киләсәк тураһында хәбәр итһендәр.


Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –


Әйтегеҙ, дәлилдәр килтерегеҙ, Бергә кәңәшләшеп һөйләгеҙ: Быларҙы борондан уҡ кем әйтеп бирҙе, Әллә ҡасандан уҡ кем белдерҙе? Мин, Раббы, әйтмәнемме ни? Минән башҡа аллалар юҡ, Мин ғәҙел һәм ҡотҡарыусы Алла. Минән башҡа берәү ҙә юҡ.


Мин – Раббы, башҡаһы юҡ; Минән башҡа аллалар юҡ. Һин Мине танымаһаң да, Мин һине көслө итермен.


Бына халҡым йыраҡтарҙан, Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан, Ҡайһыһы Синимдан килеп етер.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.


Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың, Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер. Сөнки Ул һине данға сорнаны».


Раббыны табырға мөмкин булған саҡта, эҙләгеҙ; Ул яҡында саҡта, саҡырығыҙ!


Ҡәүемдәр – һинең яҡтылығыңа, Батшалар өҫтөңдә балҡыған нурға киләсәк.


Мин уларҙың ғәмәлдәрен дә, фекерҙәрен дә беләм. Бөтә ҡәүемдәрҙе һәм телдәрҙе бергә туплаған сағым етер. Улар килеп Минең шөһрәтемде күрәсәк.


Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро Ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар.


«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.


Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.


Ә мин Раббыға өмөт бағлайым, Ҡотҡарыусы Аллама күҙ төбәйем, Ишетәсәк мине Аллам.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй. Мин ундай кешеләрҙе аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.


Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.


Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ