Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 44:8 - Изге Яҙма

8 Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 44:8
55 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, – Үҙем һайлап алған ҡолдарым, Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип, Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип Һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем бүтән аллалар булманы, Минән һуң да булмаясаҡ!


Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.


Былар һеҙгә фәҡәт Раббының ғына Алла булыуын һәм Унан башҡаһы юҡ икәнен белдерер өсөн күрһәтелде.


Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй.


Иң башта Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған, һәм Һүҙ Алла булған.


Белерһегеҙ, Исраил халҡы араһындамын, Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, башҡаһы юҡ. Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ!


Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!


Раббынан башҡа тағы ла алла бармы? Аллабыҙҙан башҡа бармы һыйыныр ҡаябыҙ?


Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.


Әүәлдән, борон-борондан булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ, Алла – Мин һәм башҡаһы юҡ, Мин Алла, Минең һымаҡ юҡ.


Минең Аллам Үҙенең фәрештәһен ебәргән, ул арыҫландарҙың ауыҙын йомдорҙо, һәм улар миңә теймәне. Алла мине Үҙенең алдында ғәйепһеҙ тип тапты, хәйер, һинең алдыңда ла, батша, бер енәйәт тә эшләгәнем юҡ.


Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.


Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!


Быларҙы Мин һеҙгә алдан уҡ белдерә килдем, Һуңынан һин: „Быларҙы минең ботом эшләне. Ағастан яһалған, ҡойолған һындарым шулай тип бойорҙо!“ – тип Әйтмәһен өсөн, булмаҫтан элек иғлан иттем.


Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун!


Мин Үҙем әйттем, ҡотҡарҙым. Шул турала иғлан иткән – Мин ул, Арағыҙҙа башҡа аллалар юҡ ине. Һеҙ – Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы. – Мин – Алла!


Ҡарағыҙ, әүәл әйткәндәрем ғәмәлгә ашты. Инде хәҙер яңыларын иғлан итәм. Тормошҡа ашып өлгөрмәҫтән белдерәм».


Ә һеҙ изге байрам кисендәге кеүек йырларһығыҙ. Раббы тауына, Исраилдың Ҡаяһына табан, Һыбыҙғы уйнатып сыҡҡан һымаҡ, Бөтә йөрәктән шатланырһығыҙ.


Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.


Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел. Улар быны үҙҙәре лә белә.


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


Тормош үҙе асылып күренде: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, беҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ.


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ.


Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.


– Кешеләргә ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса. Был ерҙә үлән ҡуйы ине. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине.


Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да,


Һеҙ Раббыға һәр саҡ инанығыҙ, Сөнки ЙәһүәАлла – мәңгелек Ҡаябыҙ.


Эй боттар, бынан һуңға буласаҡты һөйләгеҙ, Беҙ һеҙҙең алла булғанығыҙҙы беләйек. Әйҙә берәй яҡшылыҡ йәки яуызлыҡ эшләгеҙ ҙә, Һәммәбеҙ ҙә ҡурҡыуға ҡалайыҡ!


Мин, бары Мин генә – Раббы, Минән башҡа Ҡотҡарыусы юҡ.


Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.


«Булып үткәндәр хаҡында Мин алдан уҡ әйтеп ҡуйған инем, Ул һүҙҙәр Минең ауыҙымдан сыҡты, Мин иғлан иттем һәм бойомға ашырҙым, Барыһын да ҡапыл эшләнем.


Бөтә ҡәүемдәр бергә тупланһын, Өмәттәр бергә йыйылһын! Араларынан кем элек булғандарҙы әйтеп биргән? Әле булмағандарҙы алдан белдергән? Шаһиттарын саҡырһын, хаҡлығын иҫбатлаһын, Аҡланһындар, уларҙы тыңлап, Башҡалар ишетеп: „Был дөрөҫ!“ – тип әйтһен».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ