Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 44:2 - Изге Яҙма

2 Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 44:2
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села


Хакимлығы яңы сабылған болонға яуған ямғыр, Тупраҡты һуғарған көслө ямғыр һымаҡ булһын!


Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.


«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Был халыҡты Мин Үҙем өсөн бар ҡылдым, Улар Миңә маҡтау йырлар.


Ҡурҡма, Мин һинең менән! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.


Исемем менән саҡырған һәр кешене, Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан, Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән Һәр кешене кире килтер!“ – тиермен.


«Эй Яҡуп, быларҙы иҫеңдә тот. Иҫеңдә тот, Исраил, сөнки һин – Минең ҡолом! Мин бар ҡылдым һине, һин – Минең ҡолом; Мин һине онотмам, Исраил!


Һине йолоп алған, Әсә ҡарынында рәүеш биргән Раббы былай ти: «Мин – Раббы, бөтә нәмәне Яратыусы, Бер яңғыҙым күкте кирҙем, Бер ярҙамсыһыҙ ерҙе түшәнем,


Исраилдың Изгеһе, Уны бар ҡылған Раббы былай ти: «Һеҙгәме Минең балаларымдың Киләсәге хаҡында һорау бирергә? Үҙ ҡулдарымдың ижады тураһында Һеҙме Миңә күрһәтмәләр бирерһегеҙ?


Эй диңгеҙ ярҙары, тыңлағыҙ мине! Алыҫ илдәрҙәге халыҡтар, яҡшылап ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы мине әсәм ҡарынында сағымдан саҡырҙы, Мин тыумаҫтан алда исемем менән өндәште.


Яҡуп нәҫелен Үҙенә кире ҡайтарыр, Исраилды Үҙ янында туплар өсөн, Раббы мине әсәм ҡарынында уҡ Үҙ ҡоло итеп яратты. Уның күҙендә шөһрәт ҡаҙандым, Аллам минең көс-ҡөҙрөтем булды.


– Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем.


«Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Исраил, һин хәүефләнмә, – тип белдерә Раббы. – Мин һине йыраҡ ерҙәрҙән, Нәҫелеңде әсирҙә булған илдән ҡотҡарам. Кире ҡайтыр Яҡуп, именлектә рәхәт йәшәр, Инде уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы аҡлаған. Аҡланғандарға Ул дан-шөһрәт биргән.


Алла алдында изге һәм кәмселекһеҙ булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсихтә һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына,


Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.


Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.


Исраилдың ырыуҙары Башлыҡтары менән йыйылғанда Раббы Йешурунға батша булды.


Имандаштар, Алла һеҙҙе ярата, Уның һеҙҙе һайлап алғанын беҙ беләбеҙ,


Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ