Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 43:5 - Изге Яҙма

5 Ҡурҡма, Мин һинең менән! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ҡурҡма, Мин һинең менәнмен! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ҡурҡма, Мин һинең менән! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 43:5
41 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.


«Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо!


Мин һеҙҙе ер сиктәренән йыйып алдым, Иң алыҫ урындарынан саҡырҙым: „Һин Минең ҡолом, һине һайланым, Мин һине ситкә типмәнем“, – тип әйттем.


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун!


Бына халҡым йыраҡтарҙан, Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан, Ҡайһыһы Синимдан килеп етер.


Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Мин Раббы, барлығым менән ант итеп белдерәм: Һин уларҙы затлы биҙәүес һымаҡ тағырһың, Кәләш һымаҡ улар менән биҙәнерһең.


Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.


Мин һине аҙға ғына ҡалдырып торҙом, Ҙур мәрхәмәт менән кире ҡабул итәм.


Тоҡомдары ҡәүемдәр араһында мәшһүр булыр, Заттары халыҡтар араһында танылыр. Уларҙы күргән һәммәһе аңлар: Был – Раббы фатихалаған халыҡ».


Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!


– Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – кешеләр ант иткәндә «Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан тере Раббы Үҙе шаһит!» тип әйтмәҫ.


Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр.


Мин һеҙгә табылырмын, – тип белдерә Раббы. – Элекке мул, имен тормошоғоҙҙо кире ҡайтарырмын, бөтә халыҡтар араһынан, ҡайҙа ҡыуып таратҡанмын, шул урындарҙан һеҙҙе ҡабат йыйып алырмын да төйәгегеҙгә ҡайтарырмын».


Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».


Һеҙ әле Бабил батшаһынан ҡурҡаһығыҙ. Тик һеҙ унан ҡурҡмағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Мин һеҙҙең менәнмен, һеҙҙе азат итеп, уның ҡулынан ҡотҡарырмын.


Йөрәгегеҙ ҡалтырап төшмәһен, Ерҙә йөрөгән хәбәрҙәрҙән ҡурҡмағыҙ, Бер йыл бер хәбәр килер, киләһе йылға – икенсе. „Аяуһыҙлыҡ ерҙә хөкөм һөрә, Хаким хакимға ябырыла!“


Хәҙер Мин уларҙы һеҙ һатып ебәргән ерҙәрҙән кире ҡайтарам, уларға ҡылған золомоғоҙҙо үҙ башығыҙға төшөрәм.


«Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Үҙ халҡымды ҡояш сыҡҡан һәм ҡояш байыған яҡтағы илдәрҙән ҡотҡарасаҡмын.


Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында табын артында ултырырҙар.


Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр.


Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ