Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 43:3 - Изге Яҙма

3 Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 43:3
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан.


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Тәҡүә бәлә-ҡазанан ҡотолоп ҡалыр, уның урынына яман әҙәм эләгер.


Яуыз бәндә – тәҡүәнең, хыянатсы бәндә намыҫлының йоломолор.


Былар – Мысырҙа Күк ғәскәрҙәре Раббыһы тураһында билдә һәм шаһитнамә булыр. Иҙелгән халыҡ Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы ебәрер. Ул халыҡты яҡлар һәм азат итер.


Шунан Раббы былай тине: – Ҡолом Ишағыяһтың өс йыл яланғас һәм ялан аяҡ йөрөүе Мысыр менән Куштың яҙмышын белдереүсе билдә һәм ғибрәт ул.


Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ».


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.


Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.


Мин, бары Мин генә – Раббы, Минән башҡа Ҡотҡарыусы юҡ.


Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».


Ысынлап та, Һин Үҙеңде йәшергән Аллаһың, Исраил Аллаһы, Ҡотҡарыусы!


Әйтегеҙ, дәлилдәр килтерегеҙ, Бергә кәңәшләшеп һөйләгеҙ: Быларҙы борондан уҡ кем әйтеп бирҙе, Әллә ҡасандан уҡ кем белдерҙе? Мин, Раббы, әйтмәнемме ни? Минән башҡа аллалар юҡ, Мин ғәҙел һәм ҡотҡарыусы Алла. Минән башҡа берәү ҙә юҡ.


Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».


Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар Әсә кеүек һине имеҙәсәк. Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы, Һине йолом биреп һатып алған Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең.


Раббы әйтте: «Дөрөҫ, улар – Минең халҡым, Миңә хыянат итмәйәсәк балаларым!» Шулай итеп, Алла уларға Ҡотҡарыусы булды.


Эй Исраилдың Өмөтө, Ҡайғылы сәғәттә Ҡотҡарыусыбыҙ! Ниңә Һин был ерҙә килмешәктәй, Ҡунырға туҡталған үткенсе кеүекһең?


«Шуға күрә Мин бөгөн уларға һабаҡ бирәм, Көс-ҡөҙрәтемде күрһәтеп ҡуям. Шунда исемем Раббы икәнен белерҙәр!» – ти Раббы.


Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр.


«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.


Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ.


«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер Аллаға донъя яратылғанға тиклем, хәҙер һәм мәңгегә дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ булһын. Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ