Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 43:16 - Изге Яҙма

16-17 Раббы диңгеҙҙә – юл, Ташҡын һыуҙар аша һуҡмаҡ һалды, Яу арбалары, аттары менән Ҡаһарман яугирҙәр ғәскәрен юлға сығарҙы – Улар йығылды ла тора алманы, Баҫылған шәм филтәһеләй һүндерелде. Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16-17 Раббы диңгеҙҙә – юл, Шашҡын һыуҙар аша һуҡмаҡ һалды, Яу арбалары, аттары менән Ҡаһарман яугирҙәр ғәскәрен юлға сығарҙы – Улар йығылды ла тора алманы, Баҫылған шәм филтәһеләй һүндерелде. Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16-17 Раббы диңгеҙҙә – юл, Ташҡын һыуҙар аша һуҡмаҡ һалды, Яу арбалары, аттары менән Ҡаһарман яугирҙәр ғәскәрен юлға сығарҙы – Улар йығылды ла тора алманы, Баҫылған шәм филтәһеләй һүндерелде. Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы былай ти:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 43:16
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың.


Сөнки Ул сарсаған йәндәрҙе һуғара, Астарҙы игелек менән туйындыра.


«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар.


Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды, Гөрләүектәр ашып ташты. «Инде Ул халҡына икмәк бирә алырмы? Халҡына ит ашата алырмы?»


Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ.


Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.


Исраил халҡы иһә диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атлап сыҡты: уларҙың уң яғынан да, һул яғынан да һыу диуарҙай кәртәләнеп торҙо.


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Тәрән һыуҙарға: „Кибегеҙ! Мин йылғаларығыҙҙы ҡоротам!“ – тип бойорам.


Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.


Диңгеҙҙе, даръя һыуҙарын ҡоротҡан, Йолоп алғандарың уҙа алһын өсөн Диңгеҙ төбөн юлға әйләндергән һин түгелме?


Мин Аллағыҙ Раббымын. Минмен – диңгеҙҙе олотоп, тулҡындарын сайҡалдырған. Минең исемем – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти:


Алтынсы фәрештә туҫтағын бөйөк Евфрат йылғаһына түкте: ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн, йылғаның һыуы кипте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ