Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 42:25 - Изге Яҙма

25 Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 42:25
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы яндырып бөтөрҙө.


Ҡара, боттары ниндәй ҡеүәтле, Ҡорһағының мускулдары көслө.


Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.


„Мин мәңге хакимә буласаҡмын“, – тип әйттең, Әммә быларҙың нимә менән тамамланасағын Уйлап ҡараманың, башыңа ла килтермәнең.


Һин ишетмәнең дә, белмәнең дә. Әүәлдән ҡолағың томаланған. Мин һинең хыянатсыл икәнеңде беләм; Әсә ҡарынында саҡтан фетнәсе тип аталғанһың.


Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –


Миңә хыянат итерлек, Мине иҫтән сығарырлыҡ, Күңелеңдән юйып ырғытырлыҡ итеп, Кем ҡурҡытты, кем ҡотоңдо алды? Мин оҙаҡ өндәшмәй торған өсөн, Минән ҡурҡыуҙан туҡтанығыҙмы?


Әммә халыҡ үҙен туҡмаған Раббыға боролманы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләмәне.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы Илде ялҡын һымаҡ өтөп алыр, Халыҡ ялҡынға ем булыр, Туған туғанын йәлләмәҫ.


Уны бушлыҡҡа әйләндерҙеләр, Ташландыҡ ерем алдымда илап ята. Бөтөн ил емереклеккә ҡалды – Бының өсөн бер кемдең дә эсе бошмай.


Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай, Яҡуп нәҫелен яндырҙы.


Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе, Уң ҡулын атырға әҙер тотто. Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне Дошман яуы һымаҡ һәләк итте. Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте.


Ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым менән, көслө асыуымды түгеп, һеҙҙе халыҡтар араһынан сығарасаҡмын, Үҙем таратҡан илдәрҙән йыйып аласаҡмын.


Уның ҡеүәтен башҡалар йотҡан – Ә ул быны һиҙмәгән дә. Сәстәренә сал төшкән – Ә ул быны белмәгән дә.


Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.


Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.


Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ