Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 41:16 - Изге Яҙма

16 Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 41:16
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.


Ул көндө былай тиерҙәр: «Был беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ Уға өмөт бағланыҡ – Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! Ул Раббы, Уға инандыҡ! Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!»


Ул көндө Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡының иҫән ҡалғандары өсөн Гүзәллек тажы һәм шөһрәт таҡыяһы булыр.


Фәҡирҙәр Раббыла ҡыуаныс табыр, Исраилдың Изгеһе хаҡында уйлап, Ярлы-мохтаждар шатланыр.


Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Улар яңы ултыртылған, сәселгән үҫенте һымаҡ: Ергә саҡ-саҡ тамырланыуҙары була, Ул, тынын өрөп, уларҙы ҡорота ла, Дауыл һалам кеүек осороп алып китә.


Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедән баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүерелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ.


Инде көндөҙ яҡтылығың ҡояш булмаҫ, Ай ҙа һиңә нурын бирмәҫ; Раббы – һинең мәңгелек яҡтыртҡысың, Аллаң һинең шөһрәтең буласаҡ.


Ғәмәлдәремә мәңге ҡыуанып һөйөнөгөҙ; Йәрүсәлимде ҡыуаныс итеп, Халҡын ҡыуаныс сығанағы итеп бар ҡылам!


Халҡымды һәнәк менән елгәргәндәй, Илдең бөтә ҡалаларынан кәбәк кеүек осороп ебәрәм. Уларҙы балаһыҙ ҡалдырам, һәләк итәм, Сөнки яман юлдарын ҡуймайҙар.


Ашлыҡ елгәреүселәр күндерәм Бабилға, Уны елгәреп, ерен бушатырҙар. Ҡаза көнөндә һәр яҡтан уға ябырылырҙар.


«Һин Бабил – суҡмарым Минең, яу ҡоралым: Һинең менән ҡәүемдәрҙе ҡырам, Һинең менән батшалыҡтарҙы емерәм.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бабил-ҡыҙ көлтә һуҡҡан ырҙын табағына оҡшаған: Бына-бына уның ураҡ ваҡыты етер».


Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙың бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш, оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.


Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.


Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ.


Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға, Шатлыҡ менән ҡауышырмын.


Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.


Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ