Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 41:14 - Изге Яҙма

14 „Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 „Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең ҡотҡарыусыңмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 „Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 41:14
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!


Селәүсен һымаҡ ҡына фани бәндәгә ни һан? Әҙәм балаһы бары – ер ҡорто!»


Шулай, игелегең менән мөхәббәтең Ғүмерем буйы оҙатып йөрөр. Көндәремдең ахырына тиклем Раббы йортонда төйәкләнермен.


Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села


Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.


Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Һеҙҙе йолоп алған Раббы, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙҙең хаҡҡа Мин Бабилға сиреү ебәрәм, Барыһын да ҡасаҡ итәм, Кәмәләре менән маҡтанған халдейҙарҙы иңрәтәм.


Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем.


Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы.


Һине йолоп алған, Әсә ҡарынында рәүеш биргән Раббы былай ти: «Мин – Раббы, бөтә нәмәне Яратыусы, Бер яңғыҙым күкте кирҙем, Бер ярҙамсыһыҙ ерҙе түшәнем,


Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ!


Беҙҙең Ҡотҡарыусыбыҙ – Исраилдың Изгеһе, Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Раббы, Ҡотҡарыусың, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Мин – Раббы, һинең Аллаң, Һиңә файҙа булғанды өйрәтеүсемен, Бараһы юлыңда етәкләйем.


Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».


Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр».


Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.


Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом. Әммә мәңгелек мөхәббәт менән Рәхимлек ҡылырмын һиңә. – Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы.


«Йолоп алыусы – Сионға, Яҡуп нәҫеленең гонаһтан ваз кискәндәренә килер!» – тип белдерә Раббы.


Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар Әсә кеүек һине имеҙәсәк. Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы, Һине йолом биреп һатып алған Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең.


Ә бит Һин – беҙҙең Атабыҙ! Хатта Ибраһим беҙҙе танымаған, Исраил беҙҙең кемлегебеҙҙе белмәгән булһа ла, Атабыҙ Һинһең, йә Раббы, Әүәлдәрҙән бирле исемең Һинең – «Йолоп алыусыбыҙ беҙҙең».


«Ә һин, ҡолом Яҡуп, ҡурҡма, Төшөнкөлөккә бирелмә, Исраил. Сөнки һине – йыраҡ илдән, Нәҫелеңде әсирлектә булған ерҙән ҡотҡарырмын. Яҡуп кире ҡайтыр, Рәхәтләнеп, бер ҡайғыһыҙ йәшәр, Башҡа уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.


Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме. Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар, Илдәренә именлек килтерер, Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр.


Саҡырған сағымда яҡын килеп, «Ҡурҡма!» – тип тынысландырҙың.


Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –


Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.


Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Ишағыяһ пәйғәмбәр иһә Исраил тураһында былай тип белдерә: «Исраилдарҙың һаны диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.


Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит.


Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм, һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Бөтә урманлы таулыҡ һеҙҙеке булһын. Һеҙ урманды ҡырҡып ташларһығыҙ, һәм тауҙар бер яғынан икенсе яғынаса һеҙҙеке булыр. Ҡәнғәниҙәр көслө, уларҙың тимер яу арбалары бар – шулай ҙа һеҙ уларҙың ерҙәрен баҫып алырһығыҙ!


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ