Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 40:11 - Изге Яҙма

11 Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 40:11
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Яҡуп: – Үҙең беләһең, хакимым, бала-саға тиҙ арый, имеҙгән кәзә-һарыҡты, һауын һыйырҙарҙы ашыҡтырып ҡыуһаң, бер көн эсендә хәлдән тайырҙар.


Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы – Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы, Исраилдың ҡаяһы һәм көтөүсеһе.


Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.


Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»


Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа.


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ, Быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ; Ул тоғролоҡ менән ғәҙел хөкөм ҡылыр.


Унан халыҡ әүәлге көндәрҙе, Муса заманын иҫкә төшөрҙө. Үҙ көтөүен һәм көтөүселәрен Диңгеҙҙән алып сыҡҡан, Араларына Изге Рухын ебәргән,


Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар».


Бына, Мин уларҙы төньяҡтағы илдән килтерермен; Ерҙең иң алыҫ сиктәренән йыйып алырмын. Араларында һуҡыры, аҡһағы, Йөклөһө лә, тулғаҡ тотҡаны ла булыр – Барыһы оло бер йыйын булып ҡайтыр.


Ҡуйҙарымды Үҙем көтәсәкмен, уларҙы һыулауҙа Үҙем ятҡырасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен».


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр.


Минең ҡуйҙарым, Минең көтөүлегемдең һарыҡтары – һеҙ кешеләрһегеҙ, ә Мин – һеҙҙең Аллағыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.


Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр.


Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.


Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт. Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла, Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә. Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн.


Мине һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр ялланы – уларҙың салырға тәғәйенләнгән һарыҡтарын көтә башланым. Ҡулыма ике таяҡ алдым. Уларҙың береһен «миһырбан», икенсеһен «берҙәмлек» тип атаным һәм улар менән малдарҙы көттөм.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.


Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.


Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.


Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ