Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 39:6 - Изге Яҙма

6 Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, ата-бабаларың бөгөнгә тиклем йыйған барса әйбер Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, атайыңдар бөгөнгә тиклем йыйған барса әйберҙәр Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, ата-бабаларың бөгөнгә тиклем йыйған барса әйбер Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 39:6
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә.


Был ҡаланың бөтә байлығын – барлыҡ ҡаҙанышын, ҡиммәтле әйберҙәрен, Йәһүҙә батшаларының хазиналарын – дошмандарының ҡулына бирәм. Уларҙы талап алып Бабилға алып китәсәктәр.


Кейемдәреңде систерерҙәр, күркәм биҙәүестәреңде тартып алырҙар.


Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.


Батша һарай хеҙмәтселәре башлығы Ашпеназға һөргөндәге исраилдар араһынан батша тоҡомона һәм юғары ҡатлам кешеләренә ҡараған ғаиләләрҙән егеттәр һайлап алырға ҡушты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ