Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 34:4 - Изге Яҙма

4 Барлыҡ күк есемдәре сереп бөтөр, Күк йөҙө төргәк кеүек төрөлөр; Йондоҙҙар йөҙөм япрағы, Шиңгән инжир япрағы һымаҡ ҡойолор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Барлыҡ күк есемдәре сереп бөтөр, Күк йөҙө төргәк кеүек төрөлөр; Йондоҙҙар – йөҙөм япрағы, Шиңгән инжир емеше һымаҡ ҡойолор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Барлыҡ күк есемдәре сереп бөтөр, Күк йөҙө төргәк кеүек төрөлөр; Йондоҙҙар йөҙөм япрағы, Шиңгән инжир япрағы һымаҡ ҡойолор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 34:4
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.


Шуға күрә күктәрҙе дер һелкетермен, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы дөрләгән көндө, Уның ярһыуынан ер урынынан ҡуҙғалыр!


Эй һин, балҡыу йондоҙ, таң улы, Нисек күктән ҡолап төштөң? Эй һин, ҡәүемдәрҙе еңеүсе, Ергә төшөп, селпәрәмә килдең.


Күҙегеҙҙе күтәреп күккә ҡарағыҙ, Аҫҡа – ер йөҙөнә күҙ һалығыҙ: Күктәр төтөн кеүек тараласаҡ, Ер йөҙө кейем һымаҡ туҙасаҡ; Унда йәшәгәндәр себендәй ҡырыласаҡ, Әммә Минең ҡотҡарыуым мәңгелек буласаҡ, Хаҡлығымдың сиге булмаясаҡ.


Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер.


Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры һүнер.


Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


«Тағы бер тапҡыр» тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер.


Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.


Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алғанын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы.


Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ