Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 34:16 - Изге Яҙма

16 Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның рухы уларҙы бергә йыйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның Рухы уларҙы бергә йыясаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның рухы уларҙы бергә йыйыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 34:16
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.


Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.


Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!


Йөрәгеңде нәсихәткә йүнәлт, ҡолағыңды ғилем тыңларға өйрәт.


Әммә, киреләнеп, баш тартһағыҙ, Һеҙҙе ҡылыс ашап бөтөрәсәк». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.


Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай».


Уҡсыларҙың, Ҡыдар яугирҙәренең бик аҙы ғына иҫән ҡаласаҡ. Шулай тине Исраил Аллаһы Раббы.


Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын.


Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.


Шул саҡ Раббының шөһрәте асылыр, Бөтә йән эйәләре берлектә уны күрер. Раббы Үҙ ауыҙы менән шулай тине».


Раббы һинең ҡыуанысың булыр. Ул саҡта Мин һине ер йөҙөнөң Бейек түбәләренә атландырырмын, Атаң Яҡуптың биләмәһенән туйындырырмын». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.


Әммә мин Хәҡиҡәт Китабында яҙылғанды һиңә еткерермен. Мине улар менән алышта бер кем дә ҡеүәтләмәй – фәҡәт хакимығыҙ Михаил ғына ярҙамлаша.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күк менән ер юҡҡа сыҡһа ла, яҙылғандың барыһы ла ғәмәлгә ашмайынса, ҡанундың бәләкәй генә хәрефе лә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаҫ.


Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.


Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән,


Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылына!


Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм.


Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр.


Шуға күрә беҙ пәйғәмбәрҙәр һөйләгән һүҙҙәрҙең ышаныслы булыуына тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Әгәр уға иғтибар бирһәгеҙ, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Был һүҙ, көн тыуып, Мәсих – таң йондоҙо – йөрәктәребеҙҙә ҡалҡҡансы, төндә яҡтыртҡан шәмсыраҡ кеүек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ