Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 31:9 - Изге Яҙма

9 Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ҡурҡып ҡасыр, Түрәләре байраҡтарын ташлап, хәүефкә батыр», – тип, Уты – Сионда, Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ҡурҡып ҡасыр, Түрәләре байраҡтарын ташлап хәүефкә батыр», – Уты – Сионда, Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ҡурҡып ҡасыр, Түрәләре байраҡтарын ташлап, хәүефкә батыр», – тип, Уты – Сионда, Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 31:9
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә бөйөк Хакимыбыҙ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ашшурҙың көслө ғәскәрҙәренә Аҙаплы сир ебәрәсәк. Уның шөһрәте аҫтына гөлтләп янған ут һаласаҡ.


Исраилдың Нуры – ут, Исраилдың Изгеһе ялҡын булыр. Ашшурҙың сәнскәк-билсәндәрен Бер көн эсендә яндырып юҡ итер.


Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


«Яланғас тауҙың башында әләм күтәрегеҙ! Һөрәнләгеҙ яугирҙәргә, Ҡул болғағыҙ: әйҙә улар Затлылар йөрөй торған ҡапҡанан эскә инһен.


Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар.


Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ! Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ!


Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма.


Раббы Үҙ халҡын уларҙың дошмандарын язалаған кеүек язаланымы ни? Халҡын үлтергән ҡатилдар һымаҡ уны үлтерҙеме?


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер.


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


Ашшур батшаһы Санхерив сигенде, Ниневегә ҡайтып китте һәм шунда йәшәне.


Бөйөк Хаким ғәҙеллек рухы һәм ялҡынлы рух менән Сион ҡыҙҙарының нәжесен йыуыр, Йәрүсәлимде ҡандан таҙартыр.


Раббы йыраҡтағы ҡәүемдәрҙе – әләм күтәреп, Ер сигендә йәшәгәндәрҙе һыҙғырып саҡырыр; Улар бик тиҙ килеп етер.


Бына ҡара! Раббы ут эсендә килә, Уның яу арбалары ҡойон шикелле. Ул ярһып асыуын түгер, Ажарын ут һымаҡ сәсер.


Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, һүнмәһен.


Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы».


– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.


Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел. Улар быны үҙҙәре лә белә.


Шунда: „Ҡайҙа илаһығыҙ, – тиер. – Өмөтләнгән таяныстарығыҙ?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ