Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 30:8 - Изге Яҙма

8 Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Раббы миңә әйтте: «Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 30:8
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның рухы уларҙы бергә йыйыр.


Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» тип яҙ.


Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй.


– Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй.


Йермеяһ Нерияһ улы Барухты саҡырып алды. Барух Раббының Йермеяһҡа һөйләгән бөтә һүҙҙәрен, уның ауыҙынан ишетеп, төргәк китапҡа яҙҙы.


Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.


Йермеяһ Бабилға киләсәк барлыҡ бәләләрҙе, Бабил хаҡындағы ошо һүҙҙәрҙең барыһын да төргәк китапҡа теркәне.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Раббы миңә былай тип яуап бирҙе: «Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ, Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын.


Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.


Ә хәҙер үҙегеҙгә был йырҙың һүҙҙәрен яҙып алығыҙ һәм исраилдарға өйрәтегеҙ: әйҙә уны ҡабатлаһындар. Был йыр уларға ҡаршы Минең шаһитым булһын.


Шул көндө үк Муса был йырҙы яҙып алды һәм Исраил халҡына өйрәтте.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.


Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә.


Иң тәүҙә шуны белегеҙ: һуңғы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ.


Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылған битһеҙ әҙәмдәр барлыҡҡа киләсәк», – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ