Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 30:26 - Изге Яҙма

26 Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш, ете көн яҡтыһылай, Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш ете көн яҡтыһылай Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш, ете көн яҡтыһылай, Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 30:26
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул йәрәхәтләр, тик Үҙе бәйләп ҡуйыр, Ул һуғыр, әммә ҡулдары һауыҡтырыр.


Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Раббы Мысыр халҡын ҡырғын менән язалар, һуңынан шифа бирер. Халыҡ Раббыға ялбарыр һәм Раббы уларҙы сәләмәтләндерер.


Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.


Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр.


Селпәрәмә ярылған балсыҡ сүлмәктән – ярсык, Усаҡтан – ҡуҙ, Быуанан һыу һоҫоп алырҙай киҫәк ҡалмаған һымаҡ, Был диуар ҙа шулай онталыр».


Сионда төйәкләнгән бер кем дә: «Мин ауырыйым!» – тип әйтмәҫ. Унда йәшәгән халыҡтың ғәйебе ғәфү ителер.


Мин уларҙың юлын күреп торҙом, Тик шулай ҙа был халыҡты дауалармын, Үҙем етәкләп барырмын, йыуатырмын. Ҡайғылыларҙың теленә


Шул саҡ нурығыҙ таң һымаҡ балҡыр, Тиҙ арала шифа табырһығыҙ. Тоғролоғоғоҙ алдығыҙҙан йөрөр, Артығыҙҙан Раббының шөһрәте һаҡлап барыр.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы.


Һиңә нимә тип әйтәйем, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ? Һине нимә менән сағыштырайым? Йыуатыр өсөн кемгә тиңләйем, ғиффәтле ҡыҙ Сион? Йәрәхәтең диңгеҙ һымаҡ тәрән, Кем генә һине дауалай алыр?


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


Ике көндән беҙҙе терелтер, Өсөнсө көнгә аяҡҡа баҫтырыр, Уның алдында йәшәрбеҙ.


«Ул көн Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙам, Тишеген-тошоғон һылайым, Ҡаҡшаған ерҙәрен йүнәтәм, Элекке көндәрҙәге хәленә ҡайтарам.


Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.


Берҙән-бер көн, бары Раббы ғына белгән бер көн булыр был. Төн дә, көн дә булмаҫ, тик кискеһен генә яҡтылыҡ пәйҙә булыр.


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.


Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың шөһрәте уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс.


Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ