Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 30:23 - Изге Яҙма

23 Раббы тупраҡҡа сәскән орлоғоғоҙға ямғыр бирер. Ер уңышы мул һәм бәрәкәтле булыр. Ул көн малдарығыҙ иркен болондарҙа утлап йөрөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Раббы, тупраҡҡа сәскән орлоғоғоҙға ямғыр бирер. Ер уңышы мул һәм бәрәкәтле булыр. Ул көн малдарығыҙ иркен болондарҙа утлап йөрөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Раббы тупраҡҡа сәскән орлоғоғоҙға ямғыр бирер. Ер уңышы мул һәм бәрәкәтле булыр. Ул көн малдарығыҙ иркен болондарҙа утлап йөрөр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 30:23
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты, имеш, тип күрҙем. Көр, матур был һыйырҙар яр буйындағы ҡамышта утлай башланы.


Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та шулай уҡ ете йыл. Йәғни быларҙың икеһенең дә мәғәнәһе бер.


Ете туҡлыҡ йылында ер мул уңыш бирҙе.


Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла, Көнсөл булма – улар әҙәмде яҡшыға илтмәй.


Алла яңғыҙаҡтарға йорт-ғаилә бирер, Тотҡондарҙы именлеккә алып сығыр, Фетнәселәр ҡоро сүлдә ҡала бирер.


Ул көн Ашшурҙың йөгө яурынығыҙҙан, Ҡалыбы муйынығыҙҙан төшөр. Һимергәнегеҙгә күрә ул ҡалып һынып сығыр».


Бәхет һеҙҙе ташлап китмәҫ: Һуғарыулы ерҙә иген игерһегеҙ, Үгеҙ һәм ишәктәрегеҙҙе утлауға ебәрерһегеҙ.


Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.


Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.


Раббы һәр саҡ һеҙгә юл күрһәтер, Ҡороп кипкән тупраҡтарҙа туйындырыр, Тәнегеҙгә көс-ҡеүәт бирер; Мул һуғарылған баҡсалай, Мәңге ҡоромаҫ шишмәләй булырһығыҙ.


Улар, өйҙәр һалып, шунда йәшәр, Баҡсалар үҫтереп, емешен ашарҙар.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды – Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө?


Ер емештәрен бирер, ә һеҙ туйғансы ашарһығыҙ, имен ғүмер итерһегеҙ.


Күрһәтмәләрем буйынса йәшәһәгеҙ, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ,


Йөҙөм йыйыр саҡҡа тиклем ашлыҡ һуғырһығыҙ, сәсеүгә төшкәнсе баҡсағыҙҙа йөҙөм йыйырһығыҙ. Икмәгегеҙҙе туя ашап, ерегеҙҙә имен йәшәрһегеҙ.


Яҙғы мәлдә Раббынан ямғыр теләгеҙ. Йәшен болоттарын бар ҡылған, Кешеләргә мул итеп ямғыр биргән, Һәр кемдең баҫыуын йәшеллеккә күмгән Раббынан.


Ҡорамымда ризыҡ булһын – Бөтә ғөшөрҙө келәткә килтерегеҙ. Мине шуның менән һынағыҙ: Һеҙҙең өсөн күк ҡабағын асмаҫмынмы, Фатиханы самаһыҙҙан ҡоймаҫмынмы? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.


ул саҡта ерегеҙгә ямғырҙы яҙын да, көҙөн дә ваҡытында яуҙырырмын; ашлығың да, йөҙөм шарабың да, зәйтүн майың да булыр.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ