Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 30:2 - Изге Яҙма

2 Ризалығымды һорамайынса, Фирғәүендән яҡлау эҙләп, Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып, Мысырға баралар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Ризалығымды һорамайынса Фирғәүендән яҡлау эҙләп, Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып Мысырға баралар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Ризалығымды һорамайынса, Фирғәүендән яҡлау эҙләп, Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып, Мысырға баралар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 30:2
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Йеһошафат: – Раббының тағы берәй пәйғәмбәре ҡалманымы? Унан да һорап ҡарар инек, – тине.


Әммә бер йылды Һошеяғ Мысыр фирғәүене Соға ярҙам һорап илселәр ебәрҙе һәм Ашшурға һәр йыл түләргә кәрәк булған яһаҡты түләүҙән туҡтаны. Ашшур батшаһы, Һошеяғтың хыянаты тураһында белгәс, уны ҡулға алып, зинданға ултыртты.


Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.


«Беҙгә кәңәш бир, бер ҡарар ҡыл. Төшкөһөн дә төнгө кеүек күләгәң менән ҡапла. Ҡыуылғандарҙы йәшер, ҡасаҡтарҙы һата күрмә.


Куш йылғаларының аръяғына, Бөжәк ҡанаттарының шауы яңғыраған илгә – ҡайғы!


Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.


Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?


Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ.


Инде ниңә Мысырға бараһың, Шихор һыуын эсергәме? Ни өсөн Ашшурға юл тотаһың, Евфрат һыуын эсергәме?


– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.


Ул арала фирғәүен сиреүе Мысырҙан сыҡты, һәм Йәрүсәлимде ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, был турала хәбәр алып, Йәрүсәлимдән сигенде.


юҡ, беҙ Мысырға барабыҙ. Унда һуғыш күрмәйәсәкбеҙ, борғо тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, асыҡмаясаҡбыҙ, шунда йәшәйәсәкбеҙ“, – тиһәгеҙ,


Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.


Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ.


Раббының һүҙен тыңламайынса, Мысырға юлланды һәм Тахпанхесҡа барып етте.


Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.


Минән ситләштеләр – ҡайғы уларға, Миңә ҡаршы фетнә күтәрҙеләр – һәләкәт уларға! Мин уларҙы йолоп ала килдем, Улар иһә Минең хаҡта ялған һөйләй.


Сит ҡәүемдәргә аҡса-бүләктәр бирһә лә, Мин хәҙер Үҙ халҡымды хөкөм өсөн йыйып алам. Күп тә үтмәҫ, яһаҡтың ауырлығынан Батша ла, түрәләр ҙә ҡалтырап төшөр.


Башы һуҡҡан яҡҡа барған ҡырағай ишәк шикелле Ул Ашшур тарафына йүнәлде. Әфраим үҙенә уйнаштарҙы аҡса биреп һатып алды.


Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.


Мин һеҙгә башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкһегеҙ тигән юлдан Раббы һеҙҙе кәмәләрҙә Мысырға кире алып китер. Унда дошмандарығыҙға ҡол итеп һатылырға тырышырһығыҙ, тик алыусы табылмаҫ.


Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар.


Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ