Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 30:16 - Изге Яҙма

16 „Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 „Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 „Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 30:16
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халдейҙар ғәскәре батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө.


Уның ҡеүәтле көсөнә таяна алырһыңмы? Ауыр эшеңде уға йөкмәтә алырһыңмы?


Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға – Ерҙә уларҙан хатта иҫтәлек тә ҡалдырмай.


Илдәре алтын да көмөш менән тулы, Хазиналарының юҡ иҫәбе-һаны, Ерҙәрендә аттар тулы, Һуғыш арбалары хисапһыҙ.


Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр!


Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ һәм уның яугирҙәре уларҙы күреп ҡастылар, төндә ҡаланан, батшаның баҡсаһы аша үтеп, ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ!


Етеҙ ҡасып китә алмаҫ, Батыр ҡотола алмаҫ; Төньяҡта, Евфрат буйында, Абынып йығылырҙар.


Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.


Ҡорбан усағы янында торған бөйөк Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп, кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.


Эй Лахишта йәшәгәндәр, Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ. Сион-ҡыҙҙың гонаһының башы һеҙ булдығыҙ, Сөнки Исраилдың енәйәттәренә һеҙ ғәйепле.


Аттары уның ҡапландан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ. Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.


Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.


Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ