Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 3:9 - Изге Яҙма

9 Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 3:9
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.


Икенсе көндә өлкәне кесеһенә: – Үткән төндә мин атайым менән йоҡланым, – тине. – Бөгөн төндә лә уны шарап эсереп иҫертәйек тә һин уның янына ятырһың. Шулай итеп атайыбыҙҙан тоҡомобоҙҙо дауам иттерәйек.


ә Ҡабилды һәм уның бүләген оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.


Йеһу Изреғилгә юлланды. Быны ишетеп, Изевел күҙҙәренә һөрмә тартты, сәсен-башын тараны. Унан тәҙрә төбөнә баҫып Йеһуҙың килгәнен көтә башланы.


Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға.


Нәсихәтте кире ҡаҡҡан – зыян күрә, өгөттәргә ҡолаҡ һалған – аҡыл йыя.


Күҙҙәре шундай тәкәббер, һауалы ҡараған заттар була.


Мине ысҡындырған үҙенә зыян ҡыла, мине күрә алмағандар үлемде үҙ итә».


Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!


Раббы былай ти: «Сион ҡыҙҙары һауалы, Баштарын текә тотоп, күҙҙәрен уйнатып, Аяҡ сылбырҙарын сылтыратып, Ваҡ-ваҡ баҫып эре йөрөйҙәр.


Яуыздар иһә сайҡалған диңгеҙ кеүек. Ул диңгеҙ тын тора алмаҫ, Тулҡындары ләм һәм бысраҡ сығарыр.


Сөнки Һинең алдыңда артыҡ башбаштаҡ булдыҡ, Гонаһтарыбыҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла, Енәйәттәребеҙ һәр саҡ күҙ алдында, Ғәйебебеҙҙе беләбеҙ.


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Шул арҡала яуындар туҡталды, Хатта яҙғы ямғыр яуманы, Шунда ла фәхишә һымаҡ битһеҙһең, Оят тигәнде белмәйһең.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы, Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ.


Быларҙың барыһын да ҡылған сағыңда нәфсең шул тиклем аҙғын ине, – тип белдерә Раббы Хаким, – һин хаяһыҙ фәхишә һымаҡ ҡыландың!


Һеңлең Содомдың ғәйебе бына нимәнән ғибәрәт ине: үҙе лә, ҡыҙҙары ла тәкәббер булдылар, туйып шаштылар, эшһеҙлектән аҙҙылар, фәҡирҙәр менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙманылар.


Оһолива ошо һүрәттәрҙе күрҙе лә, дәрте ташып, халдейҙар иленә илселәрен ебәрҙе.


Шулай уҡ башындағы ун мөгөҙө, йәнә өс мөгөҙө аҡтарылып төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан яңыһы менән ҡыҙыҡһындым; был яңы мөгөҙҙөң күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшеүсән ауыҙы булып, үҙе башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ булып күренә ине.


Һәләк иттең үҙеңде, Исраил – Сөнки ярҙамсың Мин генә инем.


Ләкин Исраилдың һауалылығы уға ҡаршы шаһит булыр: Исраил менән Әфраим үҙ намыҫһыҙлығынан һөрөнөр, Йәһүҙә лә улар менән бергә абынып йығылыр.


Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош.


Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.


– Ғәмәлек батшаһы Агагты алып килегеҙ, – тине Шемуил. Бығауланған Агаг уның янына килгәндә: «Үлем әсеһе урап үткәндер», – тип өмөтләнгәйне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ