Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ишағыяһ 3:23 - Изге Яҙма

23 Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ишағыяһ 3:23
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһимдың хеҙмәтсеһенән: – Ялан буйлап беҙҙең ҡаршыға килгән кеше кем ул? – тип һораны. – Был минең хужам, – тине хеҙмәтсе. Быны ишеткәс, Рабиға бөркәнсеген алып ябынды.


Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.


Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була.


Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бүләк иткән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне.


Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым, Улар мине туҡманы, яраланылар. Ҡала диуарының һаҡсылары Япмамды тартып алдылар.


Үтә күренмәле нәфис кейемдәрен, етен күлдәктәрен, Сәлләләрен, япмаларын тартып алыр.


Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер, Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр.


Тирмән ташы ал да он тарт; Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр, Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис.


Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм.


Мин иһә: – Башына ла таҙа сәллә кейҙерһендәр, – тинем. Башына таҙа сәллә урап, өҫтөнә кейендерҙеләр. Раббы фәрештәһе уның эргәһендә торҙо.


Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул иң ҡиммәтле һәм зиннәтле кейемдәр генә кейгән, көн һайын ҙур-ҙур мәжлестәр үткәргән.


Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән.


Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.


Рутҡа: – Ҡана, шәлеңде бир. Йәйеп тотоп тор, – тине. Рут шәлен тотоп торҙо, ә Боғаз унда алты үлсәм арпа һалып күтәртте лә, үҙе ҡалаға ҡайтып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ